16 Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне.
Изреғил манараһы башында торған күҙәтсе күмәк атлылар менән сабып килгән Йеһуҙы абайлап ҡалды ла: – Бер төркөм сапҡынсыларҙы күрәм! – тип ҡысҡырҙы. – Ҡаршыларына һыбайлы ебәрегеҙ. Именлек менән киләләрме, һораһын, – тип бойорҙо Йорам.
Изреғил, Йоҡдеғам, Заноах,