1 Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –
Садоҡ ҡаһин, Изге сатырҙан зәйтүн майы һалынған мөгөҙ алып сығып, Сөләймәнде мәсехләне. Борғо ҡысҡырттылар һәм барса халыҡ: «Йәшәһен Сөләймән батша!» – тип һөрән һалды.
Раббының ҡөҙрәте иңгән Ильяс, кейеменең сабыуҙарын билбауына ҡыҫтырҙы ла, Изреғилгә еткәнсе Ахав алдынан йүгереп барҙы.
Нимши улы Йеһуҙы иһә Исраилға батша итеп мәсехлә, Авел-Мехолалағы Шафат улы Ильясиғинды үҙеңдең урыныңа пәйғәмбәрлеккә бағышла.
Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән булған берәү Раббы ихтыяры буйынса иптәшенән: – Миңә берҙе һуҡ әле, – тип үтенде. Әммә иптәшенең уға һуҡҡыһы килмәне.
Раббы: «Ғилғәд Рамоҫына яу сабып, шунда һәләк булһын өсөн Ахавты кем ҡоторта ала?» – тип һорағайны, береһе былай, икенсеһе тегеләй тәҡдим итте.
Шунан Йеһошафаттан: – Минең менән бергә Ғилғәд Рамоҫына яуға бараһыңмы? – тип һораны. – Һин нисек – мин дә шулай, – тип яуапланы Йеһошафат. – Минең халҡым – һинең халҡың, минең аттарым – һинең аттарың.
Йерихо пәйғәмбәрҙәре төркөмө алыҫтан быны күреп бер-береһенә: – Ильястың рухы Ильясиғинға иңде, – тиештеләр. Шунан уның алдына килеп, ергә тиклем баш эйҙеләр.
Бейт-Илдә йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғин янына килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.
Унда йәшәгән пәйғәмбәрҙәр төркөмө Ильясиғинға килеп: – Раббының бөгөн хакимыңды һинән алып китәсәген беләһеңме? – тип һораны. – Беләм, өндәшмәгеҙ, – тип яуапланы Ильясиғин.
Пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән иллеһе уларҙың артынан эйәрҙе һәм, Иорданға яҡынлашҡас, алыҫтараҡ туҡтаны. Ильяс менән Ильясиғин иһә йылға ярына килеп баҫты.
Бер көндө Ильясиғинға пәйғәмбәрҙәр төркөмөндәге бер кешенең ҡатыны ярҙам һорап килде. – Эй хакимым, минең ирем, һинең ҡолоң, үлде! Үҙең беләһең, ул Раббынан ҡурҡҡан кеше ине. Әле иһә унан аласағы булған бер әҙәм килде лә бурыс өсөн ике улымды ҡол итергә теләй, – тине ул.
– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.
Йәш пәйғәмбәр Ғилғәд Рамоҫына юлланды.
Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.
Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай.
Ә һин билеңде быу ҙа әҙерлән! Мин ни бойорһам, шуның һәммәһен уларға еткер. Уларҙан ҡурҡма, Юҡһа уларҙың алдында үҙеңде ҡурҡыуға һалырмын.
Ашап ултырған сағында Уның янына, бик ҡиммәтле хуш еҫле май һалынған алебастр һауыт тотоп, бер ҡатын килеп инде һәм майҙы Ғайсаның башына ҡойҙо.
Инде хәҙер, эй Исраил, мин һеҙгә өйрәтәсәк ҡағиҙәләрҙе һәм ҡанундарҙы тыңла. Уларҙы үтәһәгеҙ, йәшәрһегеҙ, аталарығыҙҙың Аллаһы Раббы һеҙгә бирәсәк илгә килеп, уға хужа булырһығыҙ.
Раббының Бәғел-Пеғор тауында нимәләр эшләгәнен үҙ күҙҙәрегеҙ менән күрҙегеҙ. Аллағыҙ Раббы Пеғорҙағы Бәғелгә табынған һәр кемде арағыҙҙан юҡ итте.
Шуға күрә аҡылығыҙ айыҡ булһын һәм эшкә әҙер тороғоҙ. Ғайса Мәсих килгәндә һеҙгә биреләсәк Алла мәрхәмәтенә тулыһынса өмөт бағлағыҙ.
Шемуил, май һауытын алып, Шаулдың башына зәйтүн майы ҡойҙо. Шунан Шаулды үбеп, былай тине: – Раббы һине Үҙенең биләмәһе булған Исраилға хаким итеп мәсехләй.
Раббы Шемуилға: – Һин ҡасанға тиклем Шаул өсөн көймәксеһең? Мин унан баш тарттым – ул Исраилға башҡаса батша булмаясаҡ. Мөгөҙгә зәйтүн майы тултыр ҙа юлға сыҡ. Мин һине Бейт-Ләхәмдә йәшәгән Ишай тигән кешегә ебәрәм: уның улдарының береһен батша итеп күҙләнем, – тине.