Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:6 - Изге Яҙма

6 Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:6
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ә Мидйән сауҙагәрҙәре Йософто Мысырға алып барып, унда Потифарға – фирғәүендең һарай хеҙмәтсеһенә, һаҡсылар башлығына – һатып ебәрҙеләр.


Дауыт уға былай тине: – Ҡурҡма, атайың Йонаҫан хаҡына мин һине мәрхәмәтемдән айырмам, ҡартатайың Шаулдың бөтә баҫыуҙарын һиңә ҡайтарып бирәм. Үҙең иһә һәр ваҡыт минең менән бер өҫтәлдән ашап-эсерһең.


Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора.


Ильясиғин Дамаскка килде. Был осорҙа Арам батшаһы Бен-Һадад ауырып ята ине. Батшаға Алла бәндәһенең ҡалала икәнен хәбәр иттеләр.


Йеһу тәҙрәгә туп-тура төбәлеп: – Кемегеҙ минең яҡлы? – тип ҡысҡырҙы. Һарай әһелдәренең икәү-өсәүһе үрелеп ҡарағас:


Дауыт Йәрүсәлимгә Исраилдың барлыҡ түрәләрен: ырыу башлыҡтарын, батша хеҙмәтендәге хәрби бүлек етәкселәрен, мең баштарын, йөҙ баштарын, батшаның һәм уның улдарының бар мөлкәте һәм мал-тыуары өсөн яуаплы кешеләрҙе, һарай әһелдәрен, батыр яугирҙәрҙе һәм барлыҡ ғәйрәтле ирҙәрҙе йыя.


Кешенең юлы Раббыға хуш булһа, Раббы уны дошмандары менән дә яраштыра.


Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.


Әгәр ҙә ҡәрҙәшең һиңә алыҫ булһа йәки малдарҙың кемдеке икәнен белмәһәң, уларҙы өйөңә алып ҡайт һәм үҙеңдә тот. Ҡәрҙәшең эҙләп килгәс, ҡайтарып бирерһең.


Ғаммон батшаһы Ифтахтың илселәренә: «Исраил халҡы Мысырҙан сығып килгәндә, Арнон йылғаһынан алып Яббоҡ һәм Иордан йылғаларына тиклем минең ерҙәремде алғайны. Уны тыныс юл менән миңә ҡайтарып бир», – тип әйтергә ҡушты.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ