Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:5 - Изге Яҙма

5 Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:5
16 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.


Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,


Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.


– Беребеҙ ҙә түгел, хакимым батша, – тип яуап ҡайтарҙы ярандарының береһе. – Исраилда йәшәгән Ильясиғин пәйғәмбәр хатта йоҡо бүлмәңдә һөйләгән хәбәреңде лә белеп, Исраил батшаһына еткерә ала.


Бер көн Исраил батшаһы ҡала диуары буйлап йөрөгәндә, ниндәйҙер ҡатын: – Хакимым батша, миңә ярҙам итһәңсе, – тип ялбарҙы.


Батша ҡатындан һораша башланы. Ҡатын барыһын да бәйнә-бәйнә һөйләп бирҙе. Шунан һуң батша һарай әһелдәренең береһен саҡырып, ҡатындың эштәрен яйға һалыуҙы хәстәрләргә ҡушты. – Был ҡатындың бар мөлкәтен һәм ул илдән сығып киткәндән алып бөгөнгө көнгә ҡәҙәр уның ере биргән уңышты ҡайтарып бирһендәр, – тип бойорҙо.


Ҡатыны Зереш менән бөтә дуҫтары Һаманға былай тип кәңәш бирҙе: – Бейеклеге илле терһәк булған дар ағасы ҡуйҙыр ҙа иртәгә батшанан Мордехайҙы шунда аҫып ҡуйыуын һора. Шунан инде күңелең булып, батша менән табынға барырһың. Һаманға был һүҙҙәр оҡшап ҡалды, һәм ул дар ағасы яһатты.


Раббыны данлағыҙ! Эй күңелем, маҡтау йырла Раббыға!


Кеше үҙ юлын үҙе һайлай, әммә аҙымдарын Раббы йүнәлтә.


Был ҡояш аҫтында мин тағы ла шуны күрҙем: Ярышта еңеү иң етеҙҙәргә, Алышта иң ҡыйыуҙарға булмай икән. Эшләп тапҡан икмәк – иң аҡыллыларға, Байлыҡ – белемлеләргә, Абруй-хөрмәт оҫталарға эләкмәй. Быларҙың барыһын да осраҡлылыҡ һәм ваҡыт хәл итә.


Быларға өҫтәп, тағы нимә әйтергә? Алла беҙҙең яҡлы булғас, кем беҙгә ҡаршы һуң?


Шулай итеп, Рут баҫыуға китте, ураҡсылар артынан башаҡ йыя башланы. Баҡһаң, был баҫыу Әлимәләх нәҫеленән булған Боғаздыҡы булып сыҡты.


Шаул, Дауыттың тауышын сырамытып: – Дауыт улым, был һинең тауышың түгелме? – тип һораны. – Минеке, батша хакимым, – тип яуап бирҙе Дауыт.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ