Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:4 - Изге Яҙма

4 Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:4
24 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

– Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.


Ильясиғин артына боролоп ҡараны ла балаларҙы Раббы исеме менән ҡарғаны. Шул саҡ урмандан ике инә айыу килеп сыҡты ла балаларҙың ҡырҡ икеһен ботарлап ырғытты.


Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,


Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –


Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.


Шунан Ильясиғинға кеше ебәрҙе. Был мәлдә пәйғәмбәр ҡаланың аҡһаҡалдары менән өйөндә ултыра ине. Теге килгәнгә тиклем үк уларға: – Күрерһегеҙ, был үлтереүсе минең башымды ашарға кеше ебәргән. Ул бәндә килеү менән ишекте ябығыҙ, эскә индермәгеҙ. Уның артынан уҡ хакимы батша үҙе килеп етәсәк! – тине.


– Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.


– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».


Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.


Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?


Ете йылдан һуң ул пелештиҙәр еренән әйләнеп ҡайтты ла, баҫыуы менән өйөн кире биреүҙе юллап, батшаға килде.


– Барығыҙ, Бала тураһында барыһын да ентекләп һорашығыҙ. Тапҡас, миңә хәбәр итерһегеҙ. Мин дә барып Уға сәждә ҡылайым, – тип уларҙы Бейт-Ләхәмгә ебәрҙе.


Һируд Ғайсаны күреп ҡыуанып китте, сөнки күптән инде Уны күргеһе килеп йөрөй ине. Сөнки Һируд, Ғайса тураһында ишетеп, Уның үҙенә ниндәй ҙә булһа мөғжизә күрһәтеренә өмөтләнде.


Ә Һируд: – Яхъяның башын мин үҙем ҡырҡтырғайным, шулай булғас, Уның тураһында бындай хәбәрҙәр ишетергә тура килгән был Кеше кем һуң? – тип һораны. Һируд Уны күреү мөмкинлеген эҙләне.


– Мин һеҙгә һөйләнем бит инде, ләкин һеҙ тыңламанығыҙ. Ниңә тағы бер тапҡыр ишеткегеҙ килә? Әллә һеҙ ҙә Уның шәкерттәре булырға ниәтләйһегеҙме? – тип яуап бирҙе ул кеше.


Бер нисә көндән Феликс үҙенең йәһүд ҡатыны Друсилла менән килде һәм Паулусты саҡыртып алды. Ул Паулустың Ғайса Мәсихкә инаныуы тураһында һөйләгәнен тыңланы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ