Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:28 - Изге Яҙма

28 Ахазъяһ Исраил батшаһы Йорам Ахав улы менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға барҙы. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яраланы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:28
18 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бәғелгә табыныусыларҙы Хазаил үлтерә башлар. Хазаилдың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Йеһу, Йеһуҙың ҡылысынан ҡотолғандарҙы Ильясиғин юҡ итер.


Исраил батшаһы Ахав менән Йәһүҙә батшаһы Йеһошафат Ғилғәд Рамоҫына яу менән китте.


Бен-Гәвәр – Ғилғәдтәге Рамоҫ ҡалаһында, шулай уҡ Ғилғәд өлкәһендә Менашше улы Яир ауылдары, Башан өлкәһендәге Аргов төбәге, диуар менән уратылған һәм баҡыр биктәр менән йоҙаҡланған алтмыш ҙур ҡала ла уның ҡарамағында ине.


Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.


Әммә икенсе көндө юрған алып һыуланы ла, батшаның битенә ҡаплап, үлтерҙе. Үҙе уның урынына тәхеткә ултырҙы.


Йорам батша Арам батшаһы Хазаил менән һуғышҡанда алған яраларын дауаларға Изреғилгә ҡайтты. Йәһүҙә батшаһы Йеһорам улы Ахазъяһ Ахав улы Йорамдың хәлен белешергә тип Изреғилгә килде.


Ильясиғин пәйғәмбәрҙәр төркөмөнән берәүһен саҡырып алды ла уға: – Юлға әҙерлән, бынау зәйтүн майлы һауытты алып, Ғилғәд Рамоҫына бар, – тине. –


Нимшиҙың ейәне, Йеһошафаттың улы Йеһу Йорамға ҡаршы фетнә күтәрҙе. Ул саҡта Йорам менән Исраил ғәскәре Ғилғәд Рамоҫында Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы тора ине.


Йорам батша Изреғилгә Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы һуғышта алған яраһын дауаларға ҡайтҡайны. – Әгәр минең яҡлы булһағыҙ, бер кемдең дә Рамоҫтан Изреғилгә барып хәбәр еткереүенә юл ҡуймағыҙ, – тине Йеһу иптәштәренә.


Шунан яу арбаһына ултырып, Изреғилгә китте. Яралы Йорам шунда ята һәм Йәһүҙә батшаһы Ахазъяһ уның хәлен белергә килгәйне.


Яу арбаларының башлыҡтары Йеһошафатты күрә лә, Исраил батшаһы икән тип уйлап, алышыр өсөн уны уратып ала. Ләкин Йеһошафат ҡысҡырып ебәрә, һәм Алла уға ярҙам итә. Алла уны һаҡлап алып ҡала,


Уның ҡаршыһына Ханани улы Йеһу әүлиә сығып, былай ти: – Һиңә ни өсөн иманһыҙға ярҙам итеп, Раббыны күрә алмаусыларҙы ниңә яратырға кәрәк булды? Шул арҡала һиңә Раббының асыуы төшәсәк.


Ахазъяһ, уларҙың кәңәшен тыңлап, Исраил батшаһы Ахавтың улы Йорам менән бергә Ғилғәд Рамоҫына Арам батшаһы Хазаилға ҡаршы яуға бара. Был һуғышта арамиҙар Йорамды яралай.


Иордан аръяғында иһә Йерихонан көнсығышта һыйыныу ҡалалары шулар: Рәүвән ырыуына ҡараған яҫы таулыҡта, сүлдә – Бәсәр; Ғад ырыуына ҡараған Ғилғәд төбәгендә – Рамоҫ; Менашше ырыуына ҡараған Башан төбәгендә – Голан.


Ғад ырыуы ерҙәренән – тирә-яғындағы көтөүлектәре менән Ғилғәдтәге һыйыныу ҡалаһы Рамоҫты, шулай уҡ Маханаимды,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ