20 Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы.
Ҡылысың ни тапһа, йәшәүең шунан булыр, Хеҙмәт итерһең һин ҡустыңа. Әммә килер бер көн – һин ярһырһың, Елкәңдәге ҡамыттан ҡотолорһоң.
Эдомдың бөтә ерендә ул һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы, уның бөтә халҡы Дауытҡа буйһондо. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеү ҡаҙандырҙы.
Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.
Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.
Амасъяһ Тоҙло үҙәндә ун мең Эдом яугирен ҡырҙы. Ул Села ҡалаһын яулап алды һәм уға Йоҡтеил тип исем бирҙе. Был ҡала бөгөнгә тиклем шулай атала.
Еңелә башлағанын һиҙеп, Моав батшаһы ҡылыслы ете йөҙ яугире менән Эдом батшаһының ғәскәрҙәре тәңгәленән йырып сыҡмаҡ булды, әммә уңышһыҙлыҡҡа осраны.
Шул саҡ батша үҙе урынына тәхеткә ултырырға тейеш булған иң өлкән улын ҡала диуары өҫтөндә тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерҙе. Был хәл исраилдарҙы шул тиклем тетрәндерҙе ки, улар ҡаланан сигенде һәм боролоп үҙ илдәренә ҡайтып китте.
Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Ошо ваҡыттан алып бөгөнгә тиклем Эдом Йәһүҙәгә буйһонмай. Шул осорҙа Ливна ҡалаһы ла баш күтәрҙе.