19 Шулай булһа ла Раббы, ҡоло Дауыт хаҡына Йәһүҙәне һәләк итергә теләмәй ине, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргәйне.
Әммә Серуяһ улы Авишай ярҙамға килеп, Дауытты ҡотҡарып ҡалды, пелешти кешеһен үлтерә сәнсте. Шунда Дауыттың кешеләре: – Исраилдың шәме һүнмәһен өсөн, башҡаса һин беҙҙең менән яуға йөрөмәйәсәкһең, – тип ант итте.
Һинең хаҡыңа Шаулды хакимлыҡтан мәхрүм иткән инем. Һинең улыңды бер ваҡытта ла тоғро мөхәббәтемдән айырмам.
Һинең йортоң, һинең батшалығың Минең хозурымда һис ҡаҡшамаҫ, тәхетең мәңге ныҡ булыр!»
Әммә атайың Дауыт хаҡына, быны һин йәшәгән дәүерҙә түгел, улың батша булғас эшләйәсәкмен.
Әммә батшалыҡты тотош алмайым. Ҡолом Дауыт һәм Үҙем һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһы хаҡына улыңа бер ырыуҙы ҡалдырам, – тине.
Шулай ҙа исемемде төйәкләндерер өсөн Үҙемә һайлап алған Йәрүсәлим ҡалаһында, Минең хозурымда ҡолом Дауыттың шәме һәр ваҡыт янып торһон тип, бер ырыуҙы Сөләймәндең улына ҡалдырам.
Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.
Был ҡаланы Үҙемдең хаҡыма, Ҡолом Дауыттың хаҡына Һаҡлармын һәм ҡотҡарып ҡалырмын“».
Шулай булһа ла, Раббы Дауыт менән төҙөлгән килешеү хаҡына Дауыт йортон һәләк итергә теләмәй, сөнки уға, шәмең һәр ваҡыт янып торор, тип вәғәҙә биргән була.
Шуға күрә бөйөк Хаким Үҙе һеҙгә бер билдә бирә: бына йәш ҡатын ауырға ҡалып, бер улан табыр һәм уға Ғиммануил тигән исем ҡушыр.
Юҡ, Мин ярһыуыма ирек ҡуймам, Әфраимды йәнә харап итмәм, Сөнки Мин Алламын, кеше түгел, Һеҙҙең арағыҙҙа Изгемен – Асыу менән өҫтөгөҙгә килмәм.