Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 8:16 - Изге Яҙма

16 Ахав улы Йорамдың Исраилда батшалыҡ итеүенең бишенсе йылында, Йеһошафат әле Йәһүҙә батшаһы булған саҡта, тәхеткә уның улы Йеһорам ултырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 8:16
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Тәхеткә ултырғанда ул утыҙ биш йәштә ине һәм Йәрүсәлимдә егерме биш йыл батшалыҡ итте. Әсәһе – Ғазува Шилхи ҡыҙы ине.


Йеһошафат Исраил батшаһы менән татыу йәшәне.


Йеһошафат вафат булып ата-бабаларына ҡушылды һәм бабаһы Дауыттың ҡалаһында үҙенең ата-бабалары янына дәфен ҡылынды. Уның урынына улы Йеһорам тәхеткә ултырҙы.


Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун етенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Ахазъяһ ултырҙы. Ул ике йыл батшалыҡ итте.


Раббы Ильяс аша нисек белдергән булһа, Ахазъяһ шулай үлде. Улы булмағанға күрә, тәхеткә ҡустыһы Йорам ултырҙы. Был Йәһүҙәлә Йеһошафат улы Йеһорам батшалыҡ иткәндең икенсе йылында булды.


Ләкин Йеһошевағ – Йеһорам батшаның ҡыҙы һәм Ахазъяһтың ҡыҙ туғаны – Ахазъяһтың үлемгә дусар ителгән башҡа улдары араһынан Йоаш исемле улын урлап алып, һөт әсәһе менән бергә йоҡо бүлмәһенә йәшерҙе. Шулай итеп, Йеһошевағ арҡаһында, Йоашты Ғаҫалъяһтан йәшерҙеләр һәм ул тере ҡалды.


Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте.


Исраил батшаһы Йорам Ахав улы хакимлығының ун икенсе йылында Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултырҙы.


Ғәрәптәр менән бергә йәһүҙиҙәр тупламына һөжүм иткән баҫҡынсылар Йеһорамдың өлкән улдарын үлтереп киткән була. Шул сәбәпле Йәрүсәлим халҡы Йеһорам урынына уның кинйә улы Ахазъяһты батша итеп ҡуя. Шулай итеп, Йәһүҙә тәхетенә Йеһорам улы Ахазъяһ ултыра.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ