11 Шунан Алла бәндәһе Хазаилға, ул уңайһыҙланғансы, оҙаҡ ҡарап торҙо ла илап ебәрҙе.
Ул шул тиклем ҡысҡырып иланы, уны Мысыр кешеләре лә ишетте, һүҙ фирғәүен һарайына ла барып етте.
Исраилда Пеҡах батшалыҡ иткән заманда Ашшур батшаһы Тиглат-Пиләсәр килеп Ғиййон, Авел-Бейт-Мағаха, Яноах, Ҡәдәш, Хасор ҡалаларын, Ғилғәдте, Галилеяны һәм Нафтали ырыуының бөтә ерҙәрен баҫып алды, уларҙың халҡын Ашшурға һөргөнгә ҡыуып алып китте.
Әммә улар үтә ныҡ өгөтләгәс, Ильясиғин ризалыҡ бирергә мәжбүр булды. – Ярар, барһындар, – тине. Илле кешене ебәрҙеләр. Улар өс көн буйы Ильясты эҙләне, әммә таба алманы.
Әгәр әйткәнемә ҡолаҡ һалмаһағыҙ, Күңелемдең иң-иң төпкөлөндә Тәкәбберлегегеҙ өсөн илармын, Күҙемдән әсе йәш йылға булып ағыр, Сөнки Раббының көтөүе Әсирлеккә алып кителә.
Һин уларға шулай тип әйт: «Күҙҙәремдән йәшем аҡһын, Көнө-төнө туҡтамаһын, Сөнки ғиффәтле ҡыҙ – ғәзиз халҡым Тәрән бер йәрәхәт алды, Ауыр тетрәнеүгә дусар булды.
Эскенәйем яна! Йәнем әрней. Ғазап талай йөрәгемде! Өнһөҙ ҡала алмайым мин, Дошмандың борғо тауышын, Яу ауазын ишетеп, күңелем тетрәнә.
Әгәр ҙә башым – инеш, Күҙҙәрем йәш шишмәһе булһа, Бисара халҡымдың үлтерелгәндәре өсөн Көнө-төнө илар инем!
«Тиҙерәк килеп, беҙҙең өсөн һыҡтаһындар, Күҙҙәребеҙ йәш түкһен, Керпегебеҙҙән һыуҙар ағылһын», – ти халыҡ.
Ғайса, Йәрүсәлимгә яҡынайғас, ҡаланы күреп, уның яҙмышы өсөн иланы:
Ғайса илап ебәрҙе.
Йәһүдтәрҙең яуыз ниәттәре арҡаһында килеп тыуған һынауҙарға ҡарамай, күндәмлек менән һәм күҙ йәштәремде түгеп, Раббыға хеҙмәт иттем.
Шуға күрә һаҡ булығыҙ, өс йыл буйы һеҙҙең һәр берегеҙгә күҙ йәштәрем аша көнө-төнө биргән нәсихәттәремде хәтерегеҙҙән сығармағыҙ.
йөрәгем халҡым өсөн оло ҡайғы менән тулы һәм һыҙланыуҙан туҡтамай.
Күптәр Мәсихтең арҡысаҡтағы үлеменә дошман булып йәшәй бит. Был хаҡта мин һеҙгә байтаҡ һөйләнем, хәҙер хатта күҙ йәштәрем аша әйтәм.