9 Артабан иһә: – Яңылыш эшләйбеҙ беҙ, – тиештеләр. – Был һөйөнөслө хәбәрҙе еткермәйенсә таңға саҡлы көтһәк, ғәйепкә тарырбыҙ. Әйҙәгеҙ, батша һарайына барып әйтәйек.
Нағаман, хакимы батшаға барып, Исраил ҡыҙының әйткәндәрен һөйләп бирҙе.
Самарияға кире килеп, ҡапҡа һаҡсыларын саҡырҙылар ҙа уларға: – Арамиҙарҙың тупламына барғайныҡ. Унда бер кем дә юҡ, тып-тын. Аттары менән ишәктәре генә бәйле тора. Сатырҙарын да, нисек бар, шулай ташлап киткәндәр, – тип һөйләп бирҙеләр.
Был мәлдә ҡала ҡапҡаһы эргәһендә махау ауырыулы дүрт кеше ултыра ине. Улар бер-береһенә: – Нимә тип беҙ бында үлем көтөп ултырабыҙ?
Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,
Теге махау ауырыулы кешеләр туплам янына килеп, бер сатырға инде. Унда туйғансы ашап-эскәндән һуң, алтын-көмөш, кейем-һалым алып сыҡтылар ҙа бер урынға йәшереп ҡуйҙылар. Шунан икенсе сатырға инделәр. Унан да алып сығып йәшерҙеләр.
тәҡүә кеше ете йығылып, ете торор, залимдар йығылыр ҙа харап булыр.
Сионға: „Бына нимәләр буласаҡ!“ – тип Беренсе булып Мин әйттем; Йәрүсәлимгә һөйөнсө белдереүсе ебәрҙем.
Тауҙар артылып хәбәр килтереүсенең Аяҡтары ниндәй күркәм! Ул тыныслыҡ тураһында һөйөнсө, Ҡотолоу хаҡында хәбәр алып килә. Сион халҡына: «Аллағыҙ батшалыҡ итә», – тип белдерә.
Бына, һөйөнсө килтереүсенең Аяҡтары тауҙар артыла. Ул тыныслыҡ иғлан итә! – Эй Йәһүҙә, байрамсыла байрамыңды, Биргән нәҙерҙәреңде үтә. Бынан ары һине залимдар тапамаҫ, Улар тулыһынса юҡ ителеп бөттө.
Ләкин шулай итмәһәгеҙ, Раббы алдында гонаһ ҡылған булырһығыҙ, гонаһ өсөн язаһын алырһығыҙ.
– Ҡурҡмағыҙ! – тине уларға фәрештә. – Мин һеҙгә бөтә халыҡ өсөн ҙур шатлыҡ булырлыҡ ҡыуаныслы хәбәр килтерҙем:
Һәр кем үҙ мәнфәғәтен генә түгел, башҡалар хаҡында ла хәстәрлек күрһен.