7 сатырҙарын, аттарын, ишәктәрен, бөтә тупламды, нисек булған, шул килеш ташлап, йәндәрен ҡотҡарыр өсөн төн ҡараңғылығына тороп йүгергәндәр.
Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.
Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо.
Һәр тарафтан дәһшәт сорнап алыр, Артынан ҡалмай баҫтырыр.
Раббының йөҙө яуызлыҡ ҡылғандарға асыулы баға – Ерҙә уларҙан хатта иҫтәлек тә ҡалдырмай.
Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
Батшаның йөрәге, һыу ағымы һымаҡ, Раббы ҡулында: Ул уны ҡайҙа теләй, шунда бороп ебәрә.
Яуыз артынан һис кем баҫтырмағанда ла ҡасыр; тәҡүә арыҫландай ҡыйыу булыр.
үҙеңде һунарсы ҡулынан ғәзәл һымаҡ, ау ҡороусынан ҡош һымаҡ ҡотҡар.
Ул көндө кешеләр, ер йөҙөн тетрәтер өсөн ҡалҡҡан Раббының дәһшәте һәм бөйөк шөһрәтенән ҡурҡып, Табыныр өсөн яһаған алтын һәм көмөш боттарын Һуҡыр сысҡан һәм ярғанаттарға ташлап, Ҡаялағы ярыҡтарға, тарлауыҡтарға боҫасаҡ.
Ике үҙгәрешһеҙ нәмә – вәғәҙә һәм антҡа килгәндә, Алла тарафынан алдауға юл ҡуйылмай. Улар беҙҙе, Аллаға һыйынғандарҙы, алдыбыҙҙа торған өмөткә ныҡлап тотонорға дәртләндерә.
Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.
Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.