Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 7:6 - Изге Яҙма

6 Сөнки Раббы Хаким арами тупламына яу арбаларының гөрһөлдәүе, ат тояҡтарының туҡылдауы – ҙур бер ғәскәр сығарған тауышты ишеттергәйне. Арамиҙар бер-береһенә: «Ҡарағыҙ әле, Исраил батшаһы беҙгә ҡаршы хитти һәм Мысыр батшаларын яллаған, күрәһең», – тиешеп,

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 7:6
21 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ғаммондар, Дауыттың асыуына дусар булғандарын аңлағас, хәбәр ебәреп, Бейт-Реховта һәм Совала йәшәгән арами халҡынан егерме мең йәйәүле ғәскәр, Мағаха батшаһынан – бер мең һәм Товтан ун ике мең яугир ялланы.


Тут ағастары башында атлағанға оҡшаған тауыш ишетһәң, һөжүмгә күс. Пелешти ғәскәрен ҡыйратыр өсөн Раббы Үҙе һинең алдыңдан бара тигән һүҙ булыр был.


Һәр бер яу арбаһын Мысырҙан алты йөҙ шекел, ә атты йөҙ илле шекел көмөшкә алып ҡайталар ҙа аҡса эшләр өсөн хиттиҙәр менән арамиҙарҙың батшаларына һаталар ине.


Һәр кем үҙенең дошманына ташланды. Арамиҙар боролоп ҡасырға тотонғайны, исраилдар арттарынан төштө. Арам батшаһы Бен-Һадад атына менә һалып һыбайлылары менән бергә ҡасып ҡотолдо.


Бына Мин Ашшур батшаһына бер рух күндерәм. Ул бер хәбәр алыр ҙа үҙ иленә ҡайтып китер. Шунда Мин уны ҡылыстан үткәрәсәкмен».


Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ.


Ҡолағында дәһшәтле тауыш яңғырап торор, Тыныслыҡ булған сағында йән ҡыйыусы һөжүм итер.


Бурысты файҙа алыр өсөн бирмәгән, Ришүәт өсөн ғәйепһеҙгә ғәйеп ташламаған – Шулай йәшәгән кеше мәңге ҡаҡшамаҫ!


Ярҙам һорап, Мысырға барғандарҙың башына ҡайғы! Аттарға өмөтләнәләр, Яу арбаларының күплегенә, Һыбайлыларҙың көсөнә ышаналар. Ә ҡараштарын Исраилдың Изгеһенә йүнәлтмәйҙәр, Раббыны эҙләмәйҙәр!


Хакимымдың, исмаһам, иң бәләкәй хеҙмәтселәренең береһе булған сиреү башлығына нисек ҡаршы тора алырһың икән? Мысырҙың яу арбаларына һәм аттарына өмөтләнәһеңме?


Араларындағы ялланған яугирҙәр Һимертелгән башмаҡ һымаҡ; Улар ҙа боролоп сабыр, ҡаршы тора алмаҫ; Сөнки уларҙың һәләкәт көнө, язаланыр мәле килде.


Йән эйәләре хәрәкәт иткәндә ҡанаттарының тауышын ишеттем. Ул ташҡын һыуҙарҙың шаулауы, сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһенең тауышы, оло ғәскәрҙең ҡаты шау-шыуына оҡшағайны. Туҡтаған саҡта улар ҡанаттарын һәлендерә ине.


Кирубтарҙың ҡанат ҡағышы тышҡы ихатала ла ишетелә ине. Был тауыш сикһеҙ ҡөҙрәт Эйәһе Алла һөйләгәндәге тауышҡа оҡшағайны.


Өҫтәрендә тимер һарайтаға оҡшаған күкрәксәләре бар, ә ҡанаттарының тауышы, әйтерһең, һуғыш арбалары егелгән бик күп аттарҙың тояҡ тауышы.


Тупламды уратып баҫтылар, һәр береһе үҙ урынында торҙо. Ә тупламдағылар йүгерешә, ҡысҡырыша башланы һәм ҡасырға кереште.


Пелештиҙәрҙең бөтә ғәскәре – тупламда ла, ҡырҙа ла, алдынғы төркөмдәгеләр ҙә, баҫҡынсы төркөмөндәгеләр ҙә – ҡалтырап төштө. Ер тетрәне, Алланың дәһшәте хөкөм һөрҙө.


Шунан Дауыт хитти халҡынан булған Ахимәләхкә һәм Йоавтың ҡәрҙәше Серуяһ улы Авишайға: – Кем минең менән тупламға, Шаул янына бара? – тип һораны. – Мин барам, – тине Авишай.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ