Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 7:4 - Изге Яҙма

4 Ҡалаға инәйек тиһәк, унда аслыҡ – үләсәкбеҙ. Бында ултырһаҡ та шул уҡ үлем. Әйҙә арамиҙар тупламына барайыҡ. Тере ҡалдырһалар, йәшәрбеҙ; үлтерһәләр – үлербеҙ, – тине.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 7:4
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ахырҙа һәммәбеҙ ҙә үләбеҙ. Ергә түгелгән һыуҙы ҡабат йыйып алып булмай. Алла берәүҙең дә йәнен харап итергә теләмәй, ситкә тибәрелгән кеше Минән ситләшә күрмәһен тип уйлай.


Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды.


Эңер ҡараңғылығында арамиҙар тупламына йүнәлделәр. Барһалар – унда бер кем дә юҡ.


Дауыт пелештиҙәр менән Шаулға ҡаршы һуғышҡа барған саҡта, Дауытҡа Менашше ырыуынан да эйәреүселәр була. Тик Дауыт һәм уның кешеләре пелештиҙәр яғында һуғышмай, сөнки пелешти башлыҡтары үҙ-ара: «Был хакимы Шаул яғына сығып ҡуйыр ҙа башыбыҙға бәлә өҫтәр», – тип кәңәшләшеп, уны айырып ебәргән була.


– Бар, Шушанда булған бөтә йәһүдтәрҙе йый ҙа өс көн, өс төн ашамай-эсмәй минең өсөн ураҙа тотоғоҙ. Мин дә хеҙмәтсе ҡыҙҙарым менән бергә шул рәүешле ураҙа тотормон, шунан, ҡанунға ҡаршы килеп булһа ла, батша янына барырмын. Үлергә яҙһа – үлермен, – тип әйтергә ҡушты.


Ҡырға сығам – ҡылыстан ҡырылғандар ята, Ҡалаға инәм – аслыҡтан ғазапланғандарҙы күрәм! Пәйғәмбәрҙәр ҙә, ҡаһиндар ҙа ил буйлап Нимә эшләргә белмәй йөрөйҙәр».


«Нишләп ултырабыҙ һаман? – ти Йәһүҙә халҡы. – Тороғоҙ, ҡасайыҡ нығытмалы ҡалаларға, Шунда үлемебеҙҙе көтөп алырбыҙ! Аллабыҙ Раббы әжәлгә дусар итте, Эсергә ағыулы һыу бирҙе, Сөнки Уға ҡаршы гонаһ ҡылдыҡ.


Кем белә, бәлки, шул саҡ Алла беҙҙе йәлләр ҙә кире уйлар, асыуын баҫыр, һәм беҙ иҫән ҡалырбыҙ».


Һәр кемгә ҡасан да булһа бер үлеп, унан һуң хөкөм алдына баҫырға яҙған кеүек,


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ