16 Самария халҡы ҡаланан сығып, арамиҙар тупламын талай башланы. Әйбер шул тиклем күп ине, шуға күрә хас та Раббы әйткәнсә булды: бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатылды.
– Раббының әйткәненә ҡолаҡ һалығыҙ, – тине Ильясиғин. – Ул былай ти: «Иртәгә ошо ваҡытта Самарияның ҡапҡаһы янында бер сеа иң һәйбәт он һәм ике сеа арпа бер шекел көмөшкә һатыласаҡ».
Улар арамиҙар ғәскәре эҙенән Иордан йылғаһына тиклем барҙы. Юл буйынса арамиҙар ҡасҡан ваҡытта ташлап киткән кейем-һалым һәм башҡа нәмәләр аунап ята ине. Кире ҡайтып, был хаҡта батшаға хәбәр иттеләр.
Йеһошафат халҡы менән бергәләп яумал йыя башлай: бик күп мал-мөлкәт, кейем-һалым, затлы әйберҙәр табалар, күтәреп алып китмәҫтәй итеп йөкмәнәләр. Өс көн буйы ташыйҙар былар яумалды – ул шул тиклем күп була.
Ҡыл туҡымаға урандым – Тағы әҙәм көлкөһөнә ҡалдым.
Ҡала ҡапҡаһы төбөндә ултырғандар мине сәйнәй; Иҫеректәр минең хаҡта таҡмаҡ йырлай.
Эй әлегә емерелеү белмәгән емереүсе! Хыянатҡа тарымаған хыянатсы! Ҡайғы һиңә! Һин емереүҙән туҡтағас, үҙеңде емерәсәктәр; Хыянат ҡылып бөткәс, һиңә хыянат итерҙәр.
Кәмәләреңдең бауы бушаны, Мачталарҙы тота алманы, Елкәндәре асылманы. Шул саҡта бик оло яумал бүлгеләнер, Хатта аҡһаҡтар ҙа талаусыларға ҡушылыр.
Ҡарышлауыҡтар баҫыуҙы нисек талаһа, Эй ҡәүемдәр, яумалығыҙ шулай таланыр. Байлығығыҙ өҫтөнә саранча өйөрө һымаҡ ташланырҙар.
Үҙ ҡоломдоң һүҙҙәрен раҫлайым, Илселәрем әйткәнде бойомға ашырам, Йәрүсәлимгә: „Тиҙҙән бында халыҡ йәшәйәсәк“, Йәһүҙә ҡалаларына: „Һеҙ яңынан төҙөләсәкһегеҙ, Емеректәрегеҙ аяҡҡа баҫтырыласаҡ“, – тип әйтәм;
Алла кеше түгел, Ул алдамай, Һүҙенән кире ҡайтырға әҙәм түгел. Ул һөйләр ҙә эшләмәҫме? Әйткәнен ғәмәл итмәҫме?
Күк менән ер юҡҡа сығыр, әммә Минең һүҙҙәрем бер ваҡытта ла юҡҡа сыҡмаясаҡ.
Пелештиҙәрҙе ҡыуалағандан һуң, исраилдар кире килеп уларҙың тупламын таланы.