8 Арам батшаһының, Исраил менән һуғыш хәлендә булған сағында, ярандарын йыйып кәңәш ҡора һәм: «Тупламымды ошондай-ошондай урында ҡорормон», – тип белдерә торғайны.
Арам батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен тупланы ла аттары, һуғыш арбалары, үҙенә ҡушылған утыҙ ике батша менән барып Самария ҡалаһын ҡаманы һәм уға ҡаршы һуғыш башланы.
Ярандары Арам батшаһына: – Исраилдарҙың Аллаһы – тауҙар аллаһы, – тинеләр. – Бына шуға күрә лә улар беҙҙе еңеп сыҡты. Әгәр ҙә тигеҙлектә һуғышһаҡ, беҙ уларҙы пыран-заран килтерәсәкбеҙ.
– Мин атайымдың һинең атайыңдан тартып алған ҡалаларын кире ҡайтарам, – тине Бен-Һадад. – Атайымдың Самарияла баҙарҙары булған кеүек, һин дә Дамаскта баҙарҙар яһарһың. – Килешеү төҙөгәндән һуң, мин һине ебәрермен, – тип яуапланы уға Ахав. Бен-Һадад менән килешкәндән һуң, уны ҡайтарып ебәрҙе.
Өс йыл буйы Арам менән Исраил араһында һуғыш булманы.
Арам батшаһы яу арбаларының утыҙ ике башлығына: – Башлыҡмы ул, ябай яугирме – алышып тормағыҙ, бары Исраил батшаһы менән генә һуғышығыҙ! – тип бойорғайны.
Байтаҡ ваҡыт үткәс, арами батшаһы Бен-Һадад бөтә ғәскәрен туплап, Самарияға һөжүм итте һәм уны ҡамап алды.
– Ана, ал, – тине Ильясиғин. Теге кеше ынтылып балта башын алды.
Алла бәндәһе иһә Исраил батшаһын: – Шундай-шундай урында йөрөмә, сөнки арамиҙар шунда барырға йыйына, – тип иҫкәртеп тора.
Маҡсат ҡорғанға тиклем башҡалар менән кәңәшләш, һуғышҡа ла кәңәшләшмәйенсә сыҡма.
Раббыға ҡаршы торор аҡыл да, зирәклек тә, кәңәш тә юҡ.
Ниәт ҡороғоҙ, тик ул емерелер! Хәбәр һөйләгеҙ, әммә ул бойомға ашмаҫ. Сөнки Алла беҙҙең менән!