7 – Ана, ал, – тине Ильясиғин. Теге кеше ынтылып балта башын алды.
Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине.
Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер.
– Ҡайһы тирәгә төштө? – тип һораны Алла бәндәһе. Тегеһе балта батҡан урынды күрһәтте. Пәйғәмбәр бер сыбыҡ ҡырҡып алды ла шул тәңгәлгә ырғытты. Балта башы шунда уҡ ҡалҡып сыҡты.
Арам батшаһының, Исраил менән һуғыш хәлендә булған сағында, ярандарын йыйып кәңәш ҡора һәм: «Тупламымды ошондай-ошондай урында ҡорормон», – тип белдерә торғайны.
– Ҡулыңды һуҙ ҙа ҡойроғонан тот, – тине Раббы. Муса, ҡулын һоноп, ҡойроғонан тотҡайны, йылан йәнә таяҡҡа әйләнде.
Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе.
Петрус, ҡулын һуҙып, уға торорға ярҙам итте. Тол ҡатындарҙы һәм бүтән иманлыларҙы саҡырып, терелгән Табиҫаны уларҙың ҡаршыһына баҫтырҙы.