21 Арам ғәскәрен күргәс, Исраил батшаһы Ильясиғиндан: – Атаҡай, уларҙы үлтерәйемме? – тип һораны.
Ильясиғин үлемесле сир менән ауырып китте. Исраил батшаһы Йеһоаш уның янына килеп: – Атаҡайым минең, атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип һамаҡлап иланы.
Быны күргән Ильясиғин: – Атаҡайым! Атаҡайым! Һин Исраилдың яу арбаһы һәм һыбайлылары кеүек инең! – тип ҡысҡырҙы. Ул Ильясты башҡаса күрмәне. Ҡайғыһынан кейемен уртаға йыртып ырғытты.
Ярандары иһә артынан эйәреп: – Хакимыбыҙ, әгәр пәйғәмбәр һиңә берәй ҡыйын нәмә ҡушһа, үтәмәҫ инеңме ни? Ә ул һиңә: «Йыуын да таҙарынырһың», – тип кенә әйтте, – тинеләр.
Хазаил бүләккә Дамасктағы иң яҡшы нәмәләрҙе һайлап алды ла, уларҙы ҡырҡ дөйәгә артмаҡлатып, Ильясиғинға юлланды. Уны осратҡас: – Ҡолоң Арам батшаһы Бен-Һадад сиренән ҡотолорға насип булырмы-юҡмы икәнен белешергә ебәрҙе, – тине.
Ғайса эргәһендәгеләр, нимә буласағын аңлап, Уға: – Хакимыбыҙ, ҡылыстарҙы эшкә ҡушайыҡмы әллә? – тип һораны.
Һин быны бөгөн күрһәттең: Раббы мине һинең ҡулыңа бирҙе, ә һин миңә яҡшылыҡ эшләнең, үлтермәнең.
Юл буйында бер мал аҙбары булып, уның янында мәмерйә бар ине. Шаул хәжәтен үтәү өсөн шунда инде. Дауыт үҙенең ярандары менән мәмерйәнең төп яғында ултыра ине.
Авишай Дауытҡа: – Бөгөн Алла дошманыңды ҡулыңа тотторҙо, – тине. – Ҡана, рөхсәт ит миңә, уны бер һелтәүҙә һөңгөһө менән ергә сәнсә ҡаҙайым. Икенсе тапҡыр һелтәнеүҙең кәрәге лә булмаҫ.