Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 6:14 - Изге Яҙма

14 Батша унда һыбайлыларҙан һәм яу арбаларынан торған ҙур ғәскәр ебәрҙе. Төн йөҙөндә килеп ҡаланы ҡаманылар.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 6:14
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шунан Ашшур батшаһы Лахиштан Йәрүсәлимгә ғәскәр башлығын, һарай башлығын һәм баш вәзирен бик ҙур ғәскәр менән Хизкияһ батшаға ебәрҙе. Улар, Йәрүсәлимгә килеп, Өҫкө быуаның арығы янында Кейеҙсе баҫыуына илткән юлда туҡтаны.


– Барығыҙ, ҡайҙалығын асыҡлағыҙ. Мин уны әсиргә алам, – тип бойорҙо батша. Уға: – Доҫанда ул, – тип хәбәр иттеләр.


Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе иртәнсәк тороп сыҡҡайны, ҡаланың яу арбалары, һыбайлыларҙан торған ғәскәр тарафынан ҡамап алынғанын күрҙе. – Харап булдыҡ, хакимым! Хәҙер нимә эшләйбеҙ инде? – тип һораны.


Ғайса һүҙен әйтеп тә бөтөрмәне, ун ике шәкерттең береһе – Йәһүҙә килеп сыҡты. Уның менән бергә, ҡылыс-суҡмарҙар күтәреп, баш ҡаһиндар һәм халыҡ аҡһаҡалдары ебәргән күп һанлы кешеләр төркөмө күренде.


Шунда Ғайса кешеләр төркөмөнә: – Һеҙ ни өсөн Мине тоторға ҡылыс һәм суҡмарҙар күтәреп киләһегеҙ? Юлбаҫармы ни Мин? Көн һайын Алла йортонда һеҙҙе өйрәтеп ултырҙым. Һеҙ шунда Мине тотманығыҙ.


Йәрүсәлимдең ғәскәр менән ҡамап алынғанын күргән мәлдә белеп тороғоҙ: уның емереләсәк ваҡыты яҡынлаша.


Шаул тауҙың бер яғынан килә, ә Дауыт үҙенең кешеләре менән уның икенсе яғында ине. Дауыт батшанан ҡасып ҡотолорға тырыша, Шаул иһә яугирҙәре менән Дауытты һәм уның кешеләрен ҡамап алып ҡулға төшөрөргә маташа.


Пелештиҙәрҙе ҡыуалап ҡайтҡандан һуң, Шаулға Дауыттың Ғейн-Геди янындағы сүлдә йәшенеп ятҡанын хәбәр иттеләр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ