Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:8 - Изге Яҙма

8 Алла бәндәһе Ильясиғин, Исраил батшаһының кейемдәрен йыртҡанын ишеткәс, уға: «Нишләп кейемеңде йыртаһың? Ул кеше миңә килһен. Исраилда пәйғәмбәр барлығын белһен», – тигән хәбәр ебәрҙе.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:8
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дауыт Йоавҡа һәм уның кешеләренә: – Өҫтөгөҙҙәге кейемегеҙҙе йыртып, ҡыл туҡымаға уранығыҙ, Авнер өсөн илағыҙ, – тине. Дауыт батша Авнерҙың мәйетен үҙе оҙата барҙы.


Ләкин Алла бәндәһе Шемағъяһҡа Раббы былай тип белдерҙе:


– Инде белдем, һин Алла бәндәһе икәнһең! – тине ҡатын. – Ысынлап та ауыҙыңда Раббы һүҙе икән!


Улар былай тип яуапланы: – Бер кеше ҡаршыбыҙға сыҡты. Беҙгә: «Кире боролоғоҙ, һеҙҙе ебәргән батшаға ҡайтып әйтегеҙ, Раббы былай ти: „Исраилда Алла юҡмы әллә? Ниңә һин һорашып белешер өсөн Ғәҡрон илаһы Бәғел-Зевувҡа ебәрәһең? Бына шуның өсөн ятҡан түшәгеңдән тора алмаҫһың, мотлаҡ үләсәкһең“, – тип белдерҙе».


Нағаман, оҙатып йөрөүселәрен эйәртеп, Ильясиғин янына ҡабат килде. Уның ҡаршыһына баҫып: – Инде мин Исраилдан башҡа донъяның бер ерендә лә Алла юҡлығын белдем, – тине. – Мин ҡолоңдоң бүләктәрен ҡабул итеп алһаңсы.


Шул бала хужабикәһенә: – Хакимым Самариялағы пәйғәмбәргә барһа ине. Пәйғәмбәр уны махау сиренән ҡотҡара ала, – тине.


Хатты уҡығас, Исраил батшаһы йәне көйөүҙән кейемдәрен йыртҡыслап ташланы. – Үлтерергә һәм терелтергә ҡөҙрәте булған Алламы ни мин! Нишләп ул миңә махау сиренән һауыҡтырырға кеше ебәреп ята? Күреп торорһоғоҙ, миңә бәйләнергә сәбәп эҙләй ул, – тип ҡысҡырып ебәрҙе.


Нағаман аттары, яу арбалары менән килеп, Ильясиғиндың ишеге төбөнә туҡтаны.


– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.


Һине тыңларҙармы, юҡмы, сөнки улар фетнәсел нәҫел, әммә араларында пәйғәмбәр барлығын белеп торһондар.


Пәйғәмбәре аша Раббы Исраилды Мысыр иленән сығарҙы, Пәйғәмбәре аша уларҙы һаҡлап йөрөттө.


Йәһүд булмағандар, һеҙгә әйтәм: мин, йәһүд булмағандар араһындағы илсе булараҡ, үҙ хеҙмәтемде ихтирам итәм.


Хеҙмәтсеһе иһә: – Ҡара әле, был ҡалала бер Алла бәндәһе бар, бик абруйлы кеше. Нимә әйтһә лә, ғәмәлгә аша. Әйҙә шунда барайыҡ. Бәлки, ул беҙгә юл күрһәтер, – тине.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ