Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:17 - Изге Яҙма

17 Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:17
7 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте.


Тик Раббы миңә бер генә нәмәне ғәфү итә күрһен: батшам илаһ Риммондың ҡорамына табынырға барған ваҡытта миңә таянған саҡта, уның менән бергә ергә йөҙтүбән ҡапланғаным өсөн Раббы мин ҡолоңдо ярлыҡаһын.


Миңә балсыҡтан ҡорбан усағы эшләгеҙ. Тотош яндырыу ҡорбаны менән татыулыҡ ҡорбаны итеп көтөүегеҙҙән ваҡ һәм эре малды уның өҫтөндә ҡорбанға килтерегеҙ. Исемемде хөрмәт итеү өсөн билдәләнгән һәр урында Мин һеҙгә килермен һәм фатиха ҡылырмын.


Иманы көсһөҙ кешене ҡабул итегеҙ, әммә фекерҙәре тураһында бәхәсләшмәгеҙ.


Һеҙҙең арала булыуыбыҙҙың һөҙөмтәһе тураһында кешеләр үҙҙәре үк һөйләй. Шулай уҡ тере һәм хаҡ Аллаға хеҙмәт итеү һәм күктәрҙән Уның Улын көтөп алыу өсөн, үҙҙәре табынған ялған илаһтарҙан баш тартып, Аллаға йөҙ бороуығыҙ тураһында ла хәбәр итәләр. Алла Үҙ Улы Ғайсаны үленән терелтеп алды. Ғайса беҙҙе Алланың яҡынлашып килгән асыуынан ҡотҡарасаҡ.


Ғүмерегеҙҙең шаҡтай өлөшөн мәжүсиҙәр кеүек аҙғынлыҡҡа, боҙоҡлоҡҡа, эскелеккә, тотанаҡһыҙ кисәләргә, кәйеф-сафаға бирҙегеҙ һәм ерәнгес ялған илаһтарға табынып уҙғарҙығыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ