12 Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте.
– Ҡайҙа Ильястың Аллаһы Раббы? – тине ул ябынса менән йылғаға һуғып. Ябынсаның һыуға тейеүе булды, йылға икегә айырылды ла Ильясиғин арғы яҡҡа сыҡты.
Ильяс ябынсаһын алып төрҙө лә һыуға һуҡты. Йылға ике яҡҡа айырылды ла был икәү ҡоронан ҡаршы ярға сыҡты.
Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.
Ахырҙа Нағаман: – Бүләгемдән баш тартаһың икән, исмаһам, мин ҡолоңа ике ҡасырҙың көсө етерҙәй тупраҡ алып ҡайтырға рөхсәт бир, – тип үтенде. – Сөнки мин ҡолоң инде Раббынан башҡа илаһтарға тотош яндырыу ҡорбандары ла, бүтән ҡорбандар ҙа килтермәйәсәк.
Дыуамал бәндә ахмаҡлыҡ эшләр, мәкерле әҙәм нәфрәткә дусар булыр.
Түҙем әҙәм баһадирҙан көслөрәк, үҙ-үҙенә баш булған кеше ҡала алған яугирҙән ҡөҙрәтлерәк.
Төплө кеше асыуҙан тыйылыр, ғәйепте кисерә белеү уға ҙурлыҡ бирер.
Минең менән Ливандан кил, эй кәләшем! Кил минең менән Ливандан! Амана башынан төш, Сенир менән Хермон түбәһенән, Арыҫландарҙың өңөнән, Ҡапландар йәшәгән тауҙарҙан төш.
Дамаск тураһында. «Хамаҫ менән Арпад аптырашта ҡалды, Сөнки яман хәбәр ишетеп, ебеп төштө. Тыныслана алмаған диңгеҙ кеүек, борсола улар.
Ул көндө, Дауыт нәҫелен һәм Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙе гонаһтан һәм бысраҡлыҡтан паклау өсөн, бер шишмә урғылып сығыр.
Ул көн Йәрүсәлимдән йәшәү биргән һыуҙар ағыр. Һыуҙарҙың бер яртыһы көнсығыш диңгеҙгә, икенсе яртыһы көнбайыш диңгеҙгә ағыр. Йәйен-ҡышын шулай булыр.
Шул көндәрҙә Галилея өлкәһендәге Назара ҡалаһынан Ғайса килде, һәм Яхъя Уны Иордан йылғаһында һыуға сумдырҙы.