Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:11 - Изге Яҙма

11 Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:11
19 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Хәҙер инде уны иренә кире ҡайтар, ул – пәйғәмбәр, доға ҡылһа, иҫән ҡалырһың. Тик бел: әгәр ҡатынды кире ҡайтармаһаң, үҙең дә, бөтә туған-тыумасаң да үлеп бөтәсәк.


Ҡатын уның янынан ҡайтып китте. Улдары менән өйгә инеп, ишекте бикләнеләр. Улдары буш һауыттарҙы биреп торҙо, ҡатын уларҙы май менән тултырҙы.


Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты.


Дамасктың Авана менән Парпар йылғаһы Исраилдың бөтә йылғаларынан да артыҡ. Улай еңел генә булһа, мин шуларҙа йыуынып таҙарыныр инем, – тип асыулана-асыулана боролоп китте.


Сөнки томананы кирелеге харап итер, аҡылһыҙҙы ғәмһеҙлеге бөлдөрөр.


Тәкәбберлектән тик ыҙғыш сыға, кәңәшле эш иткәндәр аҡыл йыя.


Үҙеңде аҡыл эйәһе тип һанама, Раббынан ҡурҡ, ямандан йыраҡ тор.


– Эйе, Әфәндем. Тик көсөктәр ҙә бит хужаһының өҫтәленән ҡойолған валсыҡтарҙы ашай, – тине ҡатын.


Егет иһә, был һүҙҙәрҙе ишеткәс, ҡайғыға төшөп китеп барҙы: ул бик бай ине.


– Әфәндем! Мин Һине үҙ өйөмдә ҡабул итергә лайыҡ түгелмен, – тип яуап бирҙе Уға йөҙ башы. – Бер һүҙ генә әйт – хеҙмәтсем һауығыр.


Үҙен-үҙе күтәргән әҙәм түбәнһетелер, үҙен түбәнһеткән – күтәрелер.


Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Мин ебәргән кешене ҡабул итеүсе Мине лә ҡабул итә; Мине ҡабул иткән кеше иһә Мине Ебәргәнде ҡабул итә.


Ғайса уға: – Хикмәттәр һәм мөғжизәләр күрмәһәгеҙ, һеҙ ышанмаясаҡһығыҙ, – тине.


Тик һаҡ булығыҙ, үҙегеҙгә Һөйләүсенән ваз кисмәгеҙ. Ул ерҙә һөйләгән сағында кешеләр Уны тыңламаған өсөн язаһыҙ ҡалмаған икән, күктән тороп Киҫәтеүсенән баш тартһаҡ, беҙ инде ҡатыраҡ язаға дусар буласаҡбыҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ