Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 5:10 - Изге Яҙма

10 Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 5:10
23 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Ильясиғин һыуҙың инешенә барҙы ла унда тоҙ һибеп әйтте: – Раббы былай тип белдерә: «Был һыуҙы паклайым, инде уның арҡаһында үлем дә, түлһеҙлек тә булмаҫ».


– Раббы был үҙәндең һәр тарафында соҡорҙар ҡаҙырға ҡуша, – тине Ильясиғин. –


Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.


Ильясиғин саҡ ҡына он һорап алды ла уны ҡаҙанға һалды. Шунан: – Инде ҡойоп бирегеҙ, ашаһындар, – тине. Ашта бер ниндәй ҙә зарарлы нәмә ҡалмағайны.


Быны ишеткәс, Нағаман туҙынып китте. – Нишләп үҙе сыҡмай? Ә мин ул алдыма баҫыр, Аллаһы Раббының исемен саҡырыр, ҡулын ауыртҡан урыным өҫтөнән йөрөтөр, мине шул рәүешле махауҙан һауыҡтырыр, тип уйлағайным.


Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.


Нағаман аттары, яу арбалары менән килеп, Ильясиғиндың ишеге төбөнә туҡтаны.


Муса ҡайныһы Итро янына ҡайтып: – Рөхсәт ит, мин Мысырға ҡәрҙәштәрем янына ҡайтып киләйем, иҫән-һауҙармы икән, күрәйем, – тине. – Бар, иҫән-аман йөрө, – тине Итро.


Әгәр ҙә кейемде, буй йәки арҡау епте, күн әйберҙе йыуһаң һәм үңәҙе бөтһә, уны тағы бер тапҡыр йыуырға кәрәк. Шул саҡта ул таҙа һаналыр.


Уң ҡулының бармағын усындағы майға манып, уны Раббы ҡаршыһында ете тапҡыр һирпһен.


Кедр таяғын, майағас үләнен, ҡыҙыл епте, тере ҡошто салынған ҡоштоң ҡанына һәм таҙа һыуға манып, ете тапҡыр өйгә һирпер.


йоғошло тире ауырыуынан таҙарыныусы кешегә ете тапҡыр һирпһен һәм уны таҙа тип иғлан итеп, тере ҡошто ҡырға ебәрһен.


Бынан һуң Һарун башмаҡтың ҡанын алһын, бармағын уға манып, ҡапҡастың алдына һирпһен, шунан ҡапҡастың ҡаршыһында бармағы менән ете тапҡыр сәсрәтһен.


Бармағын ҡанға манып ете тапҡыр ҡорбан усағының өҫтөнә һирпер. Шул рәүешле уны Исраил халҡының нәжеслегенән таҙартыр һәм изге ҡылыр.


Таҙа кеше өсөнсө һәм етенсе көндәрҙә әлеге һыуҙы нәжес кеше өҫтөнә һирпһен – шул рәүешле етенсе көндә уны нәжестән таҙарындырыр. Нәжес әҙәм кейемдәрен һыу менән йыуһын, йыуынһын һәм кискә таҙа булыр.


Әлғазар ҡаһин, бармағын тананың ҡанына манһын да Осрашыу сатырының алғы яғына ете тапҡыр һирпһен.


[Ваҡыты-ваҡыты менән Раббының бер фәрештәһе быуаға төшөп һыуҙы болғатҡан, һыу болғаныу менән уға беренсе булып төшкән кеше теләһә ниндәй сирҙән һауыҡҡан булған.]


– Шилоах быуаһына барып йыуын, – тине (Шилоах – «ебәрелгән» тигән мәғәнәлә). Һуҡыр барып йыуынды, кире килгәндә күҙҙәре күрә ине.


Һеҙҙең ҡайһы берҙәрегеҙ бына шундайҙарҙан ине. Әммә Раббыбыҙ Ғайса Мәсих исеме һәм Аллабыҙ Рухы менән йыуылып таҙарындығыҙ, изгеләндегеҙ һәм аҡландығыҙ.


Улар борғоно оҙон-оҙаҡ итеп ҡысҡыртып ебәреү менән, бөтә халыҡ көслө итеп хәрби оран һалһын. Шул саҡта Йерихо диуарҙары емерелер һәм һеҙ туп-тура ҡалаға бәреп инерһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ