43 – Бының нимәһен бирәйем, йөҙ кешегә етерлек түгел бит, – тип ғәжәпләнде хеҙмәтсе. – Өләшеп бир, – тип яуапланы Ильясиғин. – Сөнки Раббы былай ти: «Туйғансы ашарҙар, өҫтәүенә артып та ҡалыр».
Бөтөн халыҡҡа ҡайҙан алып ит ашатайым? Улар алдыма килеп илай-илай: «Беҙгә ит ашат!» – тип һорай.
Раббы Мусаға былай тине: – Раббының ҡулынан килмәҫ тип уйлайһыңмы әллә? Минең һүҙем тормошҡа ашырмы-юҡмы – хәҙер күрерһең.
Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ун ике кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
Бөтәһе лә ашап туйҙы. Ҡалған һыныҡтарҙы йыйып, ете кәрзингә тултырып ҡуйҙылар.
– Ә инде ете икмәкте дүрт меңгә бүлгәндә, ҡалған һыныҡтарҙан һеҙ нисә тулы кәрзин йыйып алдығыҙ? – Ете, – тип яуапланы тегеләр.
– Бынау ҡола ялан ерҙә барыһын да туйҙырырлыҡ икмәкте ҡайҙан алмаҡ кәрәк инде? – тип яуап бирҙе шәкерттәре.
– Һеҙ уларҙы үҙегеҙ ашатығыҙ, – тине Ғайса. – Беҙҙең биш икмәк менән ике балыҡтан башҡа бер нәмәбеҙ ҙә юҡ. Бындағы кешеләрҙең бөтәһе өсөн дә ризыҡты беҙ һатып алайыҡмы ни? – тип һораны шәкерттәр.
Бөтәһе лә туйғансы ашаны. Ҡалған һыныҡтарҙы ун ике кәрзингә йыйып алдылар.
– Бында бер малайҙың биш арпа икмәге һәм ике балығы бар, әммә был тиклем күмәк халыҡҡа ул нимә генә инде? – тине.