Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 4:40 - Изге Яҙма

40 Бына ашты ҡойоп бирҙеләр. Әммә уны ауыҙҙарына ҡабыу менән: – Эй Алла бәндәһе, ҡаҙанда – үлем! – тип ҡысҡырыша башланылар. Ашты бер кем дә ашай алманы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 4:40
11 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Бер ваҡыт Яҡуп ашарға бешереп торғанда, Ғаяз арып һунарҙан ҡайтып инде.


– Эй Алла бәндәһе! Нишләнең һин миңә? Ҡылған ғәйептәремде хәтергә төшөрөп, улымды үлтертергә килдеңме ни? – тине ҡатын Ильясҡа.


Батша йәнә башлыҡтары менән бергә илле яугир ебәрҙе. Илле башының быныһы ла: – Алла бәндәһе, батша һиңә тиҙерәк төшөргә ҡушты, – тип белдерҙе.


Батша яугирҙәре менән бергә өсөнсө илле башын ебәрҙе. Өсөнсө илле башы тауға менде лә Ильяс алдында тубыҡланып: – Эй Алла бәндәһе! Беҙ фәҡирҙәреңдең, минең һәм был илле яугирҙең йәненә ҡарата мәрхәмәтле булһаңсы, – тип ялбарҙы. –


Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.


Пәйғәмбәрҙәрҙән берәү ҡырға йәшелсә йыйырға сыҡҡайны, шунда сырмалып үҫкән бер үҫемлек тапты. Уның емештәрен итәк тултырып алып ҡайтты ла, турап, ҡаҙанға һалды, әммә бының нимә икәнен бер кем дә белмәне.


Бер мәл ҡатын иренә: – Мин беләм, беҙгә йыш ҡына килеп йөрөгән был кеше изге бер Алла бәндәһе ул, – тине. –


Зинһар, мине был юлы ла ярлыҡағыҙ: Аллағыҙ Раббыға ялбарығыҙ, минән был афәтте алһын.


Мараға килеп еткәс тә эсә алманылар – һыу ауыҙға алғыһыҙ әсе ине. Шуның өсөн дә был ер Мара, йәғни әсе тип атала.


ҡулдарына йылан алһалар ҙа, ағыулы нәмә эсһәләр ҙә, зарар күрмәҫтәр; ауырыу кешеләргә ҡулдарын ҡуйһалар, улар һауығыр.


Бына Алла бәндәһе Мусаның вафаты алдынан Исраил халҡына биргән фатихаһы.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ