36 Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине.
Исраилдың бөтә биләмәләренән сибәр бер ҡыҙ эҙләнеләр һәм, Шунем ҡалаһынан Авишаг һылыуҙы һайлап, батшаға алып килделәр.
Ильяс уны бүлмәһенән аҫҡа алып төштө лә: – Ҡара әле, улың тере бит! – тип әсәһенә тотторҙо.
Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.
Ҡатын ергә ҡапланып Ильясиғиндың аяҡтарын ҡосаҡланы, шунан балаһын алып аҫҡа төшөп китте.
– Ана, ал, – тине Ильясиғин. Теге кеше ынтылып балта башын алды.
Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.
Үлгән егет тороп ултырҙы, һөйләшә башланы. Ғайса әсәһенә улын ҡайтарып бирҙе.
Ҡайһы бер ҡатындарға уларҙың үлгән яҡындары терелтелеп ҡайтарылған. Башҡалары иһә, үлемгә еткергәнсе ыҙалатһалар ҙа, яҡшыраҡ тормошта терелер өсөн иректән баш тарта.