35 Ильясиғин тороп, бүлмәлә арлы-бирле йөрөп әйләнде лә йәнә бала өҫтөнә ятты. Малай, ете тапҡыр сөскөргәс, күҙҙәрен асты.
Ул баланың өҫтөнә өс тапҡыр ҡапланып: – Эй Раббым Аллам, зинһар, был баланың йәнен тәненә кире ҡайтар! – тип ялбарҙы.
Раббы Ильястың ялбарыуына илтифат итте. Балаға ҡабат йән инде, ул тын ала башланы һәм терелеп китте.
Хеҙмәтсеһен диңгеҙ яғын ҡарап килергә ебәрҙе. Тегеһе барып ҡараны ла: – Бер нәмә лә юҡ, – тип кире әйләнеп килде. – Тағы ҡара, – тине Ильяс. Шулай ете тапҡыр ҡабатланды.
Бер мәлде исраилдар үлгән кешене дәфен ҡыла ине, ҡапыл Моав баҫҡынсыларын күреп ҡалдылар ҙа, мәйетте Ильясиғиндың төрбәһенә ташлап ҡастылар. Ильясиғиндың һөйәктәренә тейгән мәйет терелеп, аяғына баҫты.
Ильясиғин Гехазиға баланың әсәһен саҡырырға ҡушты. Гехази саҡырҙы. Ҡатын ингәс, пәйғәмбәр уға: – Улыңды ал, – тине.
Ильясиғин уға: «Бар, Иордан йылғаһында ете тапҡыр йыуын, шунан тәнең махау ауырыуынан сәләмәтләнер һәм таҙа булырһың», – тип әйтергә ҡушты.
Нағаман, Иордан йылғаһына барып, Алла бәндәһе әйткәнсә, ете тапҡыр сумып сыҡҡайны, тәне сабыйҙыҡы кеүек шып-шыма, таҙа булып китте.
Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.
Гехази батшаға пәйғәмбәрҙең үлгән баланы терелткәне хаҡында һөйләгәндә, үҙенең йортон һәм баҫыуын ҡайтарыуҙы һорап, улы терелгән ҡатын килеп инде. – Хакимым батша, – тине Гехази. – Ана мин һөйләгән ҡатын. Ә эргәһендә Ильясиғин терелткән улы тора.
Ҡыҙға йән ҡайтты, һәм ул шунда уҡ урынынан торҙо. Ғайса уға ашарға бирергә ҡушты.
Бүлмәнән бөтә кешене сығарып ебәргәс, Петрус тубыҡланып доға ҡылды ла мәйеткә табан боролдо: – Табиҫа, тор! Ҡатын күҙҙәрен асты, Петрусты күреп, тороп ултырҙы.