34 Шунан ауыҙын малайҙың ауыҙына, күҙҙәрен – күҙҙәренә, ҡулдарын ҡулдарына терәп, үле кәүҙәнең өҫтөнә ҡапланды. Бер аҙҙан баланың тәне йылына башланы.
Ул баланың өҫтөнә өс тапҡыр ҡапланып: – Эй Раббым Аллам, зинһар, был баланың йәнен тәненә кире ҡайтар! – тип ялбарҙы.
Пәйғәмбәр Исраил батшаһына: – Йәйәңде әҙерлә, – тине. Батша йәйәне әҙерләгәс, Ильясиғин ҡулдарын батшаның ҡулдары өҫтөнә ҡуйҙы.
Паулус, урамға сығып, егетте эйелеп ҡыҫып ҡосаҡланы ла: – Борсолмағыҙ, уның йәне үҙендә, – тине.