31 Гехази алданыраҡ барып етте. Ул Ильясиғиндың таяғын малайҙың битенә һалды. Әммә бала ҡымшанманы, тауыш та бирмәне. Гехази пәйғәмбәргә ҡаршы сыҡты. – Бала уянмай, – тип хәбәр итте.
Бәғелдең пәйғәмбәрҙәре үҙҙәренә бирелгән башмаҡты алып, уны әҙерләнеләр ҙә: – Эй Бәғел, яуап бир беҙгә! – тип ҡысҡыра башланылар. Иртәнән төшкә тиклем ялбарҙылар, үҙҙәре яһаған ҡорбан усағы тирәләп бер туҡтамай һикерештеләр, тик уларға бер ниндәй ҙә яуап булманы.
Төш ауҙы. Улар киске ҡорбан мәленә тиклем диуаналаныуҙарын дауам итте, ләкин өн-тауыш ишетелмәне, уларға яуап биреүсе, иғтибар итеүсе табылманы.
Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе.
Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.
Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.
Кеше лә ятыр ҙа башҡа тормаҫ, Күктәр юҡ булғанға тиклем уятылмаҫ, Шул йоҡоһонан айнымаҫ.
– Эй әҙәм улы, был бәндәләр боттарына күңел бирҙе һәм үҙҙәренең енәйәтен алдарына абыныу ташы итеп ҡуйҙы. Ошонан һуң уларға Миңә һорау бирергә рөхсәт итәйемме инде?
Ер ҡуйынында ятҡандар араһынан Күптәр уяныр: Берәүҙәр – мәңгелек тормош, Икенселәр – хурлыҡ һәм мәңгелек ерәнгес өсөн.
– Һеҙ ниңә ығы-зығы киләһегеҙ, ниңә илашаһығыҙ? Бала үлмәгән, йоҡлай ғына, – тине Ғайса уларға, өйгә ингәс.
Шунан һуң: – Дуҫыбыҙ Әлғазар йоҡлап киткән, Мин уны уятырға барам, – тип өҫтәне.
ә яҡтылыҡта күренгән бар нәмә – үҙе үк яҡтылыҡ. Шуның өсөн дә: «Йоҡоға талған кеше, уян һәм үленән терел! Мәсих һиңә нур сәсер!» – тип әйтелгән.
Шаул Алланан: – Пелештиҙәргә һөжүм итәйемме? Һин уларҙы Исраил ҡулына тапшыраһыңмы? – тип һораны. Әммә Алла был көндө уға яуап ҡайтарманы.
Ул Раббыға кәңәш һорап мөрәжәғәт итте. Әммә Раббы уға төшөндә лә, урим аша ла, пәйғәмбәрҙәр арҡылы ла яуап бирмәне.