28 – Эй хакимым, мин һинән бала һораныммы ни? – тине ҡатын. – Өмөтләндермә мине, зинһар, тип әйтмәнемме?
Яҡупҡа бала таба алмағаны өсөн Рәхилә апаһына ҡарата көнсөллөк менән янды. – Бала бир миңә, – тине ул Яҡупҡа, – юғиһә мин үләм!
– Бер йылдан һуң ошо ваҡытта ҡосағыңда улың булыр, – тине Ильясиғин. – Юҡ, хакимым, – тип ҡаршы төштө ҡатын. – Һин бит Алла бәндәһе, мин ҡолоңдо, зинһар, алдама.
– Гехази, йәһәт кенә әҙерлән дә юлға сыҡ, – тине Ильясиғин. – Таяғымды ал. Ҡара уны, бер ерҙә лә туҡтама. Үҙең һаулыҡ ҡушма, хатта сәләм биргәндәргә лә яуап ҡайтарма. Барып еткәс, таяғымды баланың битенә ҡуй.