25 Кармәл тауына барып, Алла бәндәһе янына күтәрелде. Пәйғәмбәр ҡатынды алыҫтан уҡ абайлағайны. Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Ҡара әле, Шунемдан теге ҡатын килә ята, – тип өндәште. –
Ә хәҙер бөтә Исраил халҡын минең яныма Кармәл тауына йыйҙыр. Бәғелдең Изевел табынында ашап-эскән дүрт йөҙ илле пәйғәмбәре һәм алиһә Ашераға табынған дүрт йөҙ пәйғәмбәр ҙә шунда килһен.
Ахав тороп тамаҡ ялғарға китте, ә Ильяс Кармәл тауы башына менде. Ергә эйелеп, башын тубыҡтары араһына ҡуйҙы.
Батша пәйғәмбәргә башлыҡтары менән бергә илле яугир юлланы. Ильяс тау башында ултыра ине. Илле башы уның янына күтәрелеп: – Алла бәндәһе, батша һиңә төшөргә ҡушты, – тип өндәште.
Ильясиғин бынан Кармәл тауына йүнәлде, унан Самарияға әйләнеп ҡайтты.
Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.
Бар, йүгер, ҡаршы ал. «Ни хәлдәһегеҙ, ирең менән улың иҫән-һаумы?» – тип һора. – Барыһы ла яҡшы, – тип яуапланы ҡатын Гехазиға.
Әммә тауға сығып еткәс, Алла бәндәһенең аяғына йығылды. Гехази уны торғоҙорға ынтылғайны, Ильясиғин тыйҙы. – Теймә, ҡайғыһы ҙур икәнен күрмәйһеңме ни? – тине. – Ниңә икәнен Раббы минән йәшерҙе, әшкәртмәне.
Алла бәндәһе Ильясиғиндың хеҙмәтсеһе Гехази: «Хужам был арами Нағамандың бүләктәрен алмайынса, бигерәк еңел ебәрҙе. Тере Раббы шаһит: артынан барып, берәй нәмә һорап ҡалайым әле», – тип уйланы.
Тап шул ваҡытта батша Алла бәндәһенең хеҙмәтсеһе Гехазиҙан Ильясиғин ҡылған бөйөк ғәмәлдәр тураһында һорашып ултыра ине.
Һәр тирә-яҡ күкрәп сәскә атыр, Шатланып тантана итер. Уға Ливандың даны, Кармәл менән Шарондың күркәмлеге бирелер. Һәммәһе Раббының шөһрәтен, Аллабыҙҙың ғиззәтен күрер.