23 – Нишләп уға бөгөн бараһың? – тине ире. – Яңы ай байрамы ла, шәмбе лә түгел. – Зарар юҡ, – тип яуапланы ҡатын.
Шунан ирен саҡырып былай тине: – Миңә берәй хеҙмәтсе менән ишәк бир әле, тиҙ генә Алла бәндәһенә барып ҡайтайым.
Ишәкте эйәрләп менде лә хеҙмәтсегә: – Ҡыуала, мин һиңә әйтмәй тороп, яйлама, – тине.
Шәмбеләрҙә, Яңы ай байрамдарында һәм Раббы тәғәйенләгән башҡа байрамдарҙа Раббыға тотош яндырыу ҡорбандары килтергәндә, шулай уҡ һәр иртә һәм кис Раббыға рәхмәттәр уҡырға, дан йырларға, Раббы хозурында һәр саҡ ҡағиҙәгә ярашлы билдәле бер һанда хеҙмәт итергә тейеш була.
«Яңы ай байрамы ҡасан үтер инде, Ашлыҡ һата башлар инек. Шәмбе ҡасан уҙыр инде, Иген сауҙаһын асыр инек. Үлсәмде кәметеп, хаҡты арттырып, Еткерә үлсәмәй отор инек.
Күңел асҡан көндәрегеҙҙә һәм байрамдарығыҙҙа, яңы ай тыуған көндәрҙә, тотош яндырыу һәм татыулыҡ ҡорбандары килтергәндә борғо ҡысҡыртығыҙ – был Аллағыҙға үҙегеҙҙе иҫкә төшөрөү булыр. Мин – Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ.
Яңы ай башында ике үгеҙ башмаҡ, бер һарыҡ тәкәһе, берәр йәшлек ете бәрәсте Раббыға тотош яндырыу ҡорбаны итеп килтерегеҙ, малдар кәмселекһеҙ булһын.
Шәмбе көн берәр йәшлек кәмселекһеҙ ике тәкә бәрәс менән түкмә ҡорбан һәм эфаның ундан ике өлөшө күләмендә иң яҡшы бойҙай онона зәйтүн майы ҡушылған икмәк саҙаҡаһы килтерегеҙ.
– Ҡара, иртәгә Яңы ай байрамы, – тине Дауыт Йонаҫанға. – Мин батша менән бер табында ултырырға тейешмен. Ләкин һин мине ебәрһәң, мин иртәгәнән һуңға кискә тиклем ҡырҙа йәшенеп торор инем.