21 Әсә уны өҫкө бүлмәгә алып менде, Алла бәндәһенең түшәгенә һалды ла, ишекте ябып, тышҡа сыҡты.
– Бир әле миңә улыңды, – тине Ильяс. Баланы әсәһенең ҡосағынан алып, үҙе йәшәгән өҫкө бүлмәгә күтәрелде лә уны түшәгенә һалды.
Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр.
Хеҙмәтсе уны өйгә алып ҡайтты. Бала төшкә тиклем әсәһенең алдында ятты ла йән бирҙе.
Шунан ирен саҡырып былай тине: – Миңә берәй хеҙмәтсе менән ишәк бир әле, тиҙ генә Алла бәндәһенә барып ҡайтайым.
Ҡатындың өйөнә килеп еткәс, Ильясиғин түшәгендә үлеп ятҡан баланы күрҙе.
Ҡатын, Алла бәндәһенә барып, бөтәһен дә һөйләп бирҙе. – Бар, майҙы һатып, бурысыңды түлә, – тине пәйғәмбәр. – Ҡалғаны иһә улдарың менән йәшәргә етер.