18 Бала ҙурайҙы. Бер көндө ул атаһы менән баҫыуға ураҡсылар янына китте.
Әммә ҡатын ауырға ҡалды һәм икенсе йылды Ильясиғин әйткән ваҡытта улы тыуҙы.
Ҡапыл малай атаһына: – Уй, башым ауырта, башым! – тип ҡысҡырҙы. Атаһы хеҙмәтсегә улын тиҙ генә әсәһенә алып ҡайтырға бойорҙо.
Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.
Бына бер ваҡыт Бейт-Ләхәмдән Боғаз килеп, ураҡсыларҙы сәләмләне: – Раббы һеҙҙең менән булһын! Ураҡсылар уға: – Раббы һиңә фатихаһын бирһен, – тип яуапланы.