Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 4:13 - Изге Яҙма

13 Ильясиғин хеҙмәтсеһенә: – Беҙгә ҡылған яҡшылыҡтарына ҡаршы нимә эшләй алабыҙ икән, һора әле. Батшаға йәки ғәскәр башлығына берәй үтенесе юҡмы? – тине. – Мин үҙ халҡым араһында бер ниндәй ҙә мохтажлыҡ күрмәй йәшәйем, – тип яуапланы ҡатын.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 4:13
22 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Кешеләрҙе ашатыуға киткән сығымдан һәм минең менән барыусыларға тейеш өлөштән башҡа бер нәмә лә кәрәкмәй миңә. Минең менән яу сапҡан Ғанер, Әшкол, Мамре үҙҙәренең өлөшөн алһын, әйҙә.


Ғамасаға иһә әйтегеҙ: «Һин минең йәнем менән тәнем түгелме ни? Әгәр ҙә мәгәр һине Йоав урынына ғәскәр башлығы итеп ҡуймаһам, миңә Алланың ҡаты ҡәһәре төшһөн».


Раббы ул түккән ҡанды уның үҙ башына төшөрәсәк. Ул, атайым Дауытҡа белдермәйенсә, һис бер ғәйепһеҙгә үҙенән һәйбәтерәк һәм тоғрораҡ ике кешене – Исраил ғәскәре башлығы Авнер Нер улын һәм Йәһүҙә ғәскәре башлығы Ғамаса Йәҫәр улын ҡылыстан үткәрҙе.


Хеҙмәтсеһе Гехазиға: – Шунем ҡатынын саҡыр әле, – тине. Тегеһе ҡатынды саҡырҙы. Ҡатын ингәс,


– Уға нимә эшләй алабыҙ һуң? – тип һораны Ильясиғин Гехазиҙан. – Уның улы юҡ, ә ире ҡарт, – тине хеҙмәтсеһе.


Ильясиғин үҙе терелткән баланың әсәһенә: – Һин бар, ғаиләңде ал да бынан кит. Ҡайһы ерҙә йәшәй алһаң, шунда урынлаш. Раббы был ергә ҡытлыҡ ебәрә. Ете йыл буйы бында аслыҡ буласаҡ, – тигәйне.


Унда яу баштарының бер урында кәңәшләшеп ултырғанын күрҙе. – Һиңә әйтәһе хәбәрем бар ине, яу башы, – тине ул. – Ҡайһыбыҙға өндәшәһең? – тип һораны Йеһу. – Һиңә, яубашы, – тип яуапланы егет.


Уҡтарың килеп ҡаҙалды, Ҡулдарыңдың ауырлығы баҫа.


Уны Раббыныҡы итеп, изгеләргә хас булғанса ҡабул итегеҙ һәм тейешле ярҙам күрһәтегеҙ, сөнки ул күптәрҙе, минең үҙемде лә ҡурсаланы.


Һеҙҙең өсөн күп тырышлыҡтар һалған Мәрйәмгә сәләм әйтегеҙ.


Байлыҡҡа нәфселе булмағыҙ, бары менән ҡәнәғәт йәшәгеҙ. Сөнки Алла: «Мин бер ҡасан да һине яңғыҙ ҡалдырмам һәм ташламам», – тип әйткән.


Алла ғәҙелһеҙ түгел. Ул һеҙҙең хеҙмәттәрегеҙҙе лә, Уның изгеләренә ярҙам ҡылғанығыҙ һәм ярҙам ҡылыуҙы дауам итеүегеҙ аша Уның хаҡына күрһәткән мөхәббәтегеҙҙе лә онотмаясаҡ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ