10 Әйҙә өҫкө ҡатта уның өсөн бер бәләкәй генә бүлмә төҙөйөк. Шунда түшәк һалырбыҙ, өҫтәл, ултырғыс, майшәм ҡуйырбыҙ. Ҡасан килһә лә, беҙгә төшөп йөрөр.
– Бир әле миңә улыңды, – тине Ильяс. Баланы әсәһенең ҡосағынан алып, үҙе йәшәгән өҫкө бүлмәгә күтәрелде лә уны түшәгенә һалды.
Ильясиғин бер көндө килде лә, бүлмәһенә менеп, ял итергә ятты.
Выжданлының ниәте лә ғәҙел, Арҙаҡлы эштәре менән ул ныҡ торор.
Батша уларға яуабында: «Һеҙгә хаҡ һүҙ әйтәм: Минең иң кесе туғандарымдың береһенә генә лә нимә эшләгән булһағыҙ, шуны Миңә эшләгәнһегеҙ», – тиер.
Кем Мәсихтеке булғанығыҙ өсөн һеҙгә бер сеүәтә һыу эсерә, хаҡ һүҙ әйтәм: шул үҙ әжеренән мәхрүм ҡалмаясаҡ.
Һируд йортонда идара итеүсе Хузастың ҡатыны Йоанна, Сусанна һәм байтаҡ башҡа ҡатындар ҙа Уның менән бергә булды. Был ҡатындар үҙ иҫәптәренән Ғайсаға һәм Уның шәкерттәренә ярҙам итәләр ине.
Мохтажлыҡ кисергән имандашығыҙ менән үҙегеҙҙекен бүлешегеҙ, ҡунаҡсыллыҡ күрһәтегеҙ.
Бер-беребеҙгә иғтибарлы булайыҡ, бер-беребеҙҙе мөхәббәт менән изге эштәргә дәртләндерәйек.
Ҡунаҡсыл булырға онотмағыҙ, сөнки шулай итеп, ҡайһы берәүҙәр үҙҙәре лә белмәйенсә фәрештәләргә ҡунаҡсыллыҡ күрһәткән.