9 Исраил, Йәһүҙә һәм Эдом батшалары бергәләшеп юлға сыҡты. Урауҙан ете көн буйы барғас, уларҙың эсер һыуы бөттө. Ғәскәрҙәр ҙә, малдар ҙа сарсаны.
Батша шулай тип әйтте тиегеҙ: уны зинданға ултыртһындар, мин иҫән-аман ҡайтып килгәнсе, аҙ-маҙ икмәк менән һыуҙан башҡа бер нәмә лә бирмәһендәр.
Ул саҡта Эдомда батша юҡ, тик батшаның вәкиле генә бар ине.
Йеһошафат Офирға алтынға йөрөр өсөн Таршиш караптары төҙөттө. Ләкин улар барып етә алманы – Ғәсйон-Ғәвәрҙә һәләкәткә осраны.
Йәһүҙә батшаһы Йеһошафаттың ун һигеҙенсе йылында Самарияла Исраил тәхетенә Ахав улы Йорам ултырҙы һәм ун ике йыл батшалыҡ итте.
– Һәләк булдыҡ! – тине Исраил батшаһы. – Раббы өсөбөҙҙө бергә Моав ҡулына бирергә йыйынғандыр.
Ул Йәһүҙә батшаһы Йеһошафатҡа: – Моав батшаһы миңә ҡаршы фетнә күтәрҙе. Минең менән бергә уға ҡаршы яуға бараһыңмы? – тип хәбәр ебәрҙе. – Барам, – тип яуапланы Йеһошафат. – Һин нисек, мин дә шулай. Минең ғәскәрем – һинең ғәскәрең, минең аттарым – һинең аттарың.
Шунан: – Ҡайһы юлдан барайыҡ? – тип һораны. – Эдом сүле юлынан, – тип яуап ҡайтарҙы Йорам.
Йеһорам батша булған ваҡытта эдомдар Йәһүҙәгә ҡаршы баш күтәреп уның хакимлығы аҫтынан сыҡты һәм үҙҙәренә батша һайлап ҡуйҙы.
– Шунан ошо ярандарың бөтәһе лә алдыма килеп эйелер, – тип тамамлап ҡуйҙы Муса. – «Үҙең дә, һин әйҙәгән халыҡ та тиҙерәк китһен», – тип ялбарыр. Ана шул сағында мин китермен. Муса фирғәүен янынан бик ныҡ асыуланып сығып китте.
Муса Исраил халҡын Ҡамышлы диңгеҙҙән Шур сүленә алып китте. Өс көн буйы сүл буйлап атланылар, әммә эсергә тамсы ла һыу тапманылар.
Раббы бойороғона ярашлы, Исраил йәмғиәте, бер урындан икенсе урынға күсә-күсә Син сүле буйлап бара торғас, Рефидимға килеп етте. Бында эсәр һыу юҡ ине.
Бында халыҡ өсөн һыу юҡ ине, шуға күрә бергәләшеп Муса менән Һарунға ҡаршы сыҡтылар.
Ни өсөн һеҙ Раббы халҡын был сүлгә алып килдегеҙ, үҙебеҙ ҙә, мал-тыуарыбыҙ ҙа ҡырылһын типме ни?
Улар Аллаға һәм Мусаға ҡаршы һөйләнергә тотондо: – Беҙҙе ни өсөн Мысырҙан алып сыҡтығыҙ, сүллектә үлеп ҡалһындар типме? Бында ни икмәк, ни һыу юҡ, әлеге мөсһөҙ генә аҙығыбыҙ тамам бүктерҙе, – тинеләр.
Алуштан китеп, Рефидимда туҡтанылар, бында халыҡҡа эсәр һыу юҡ ине.
Бараҡ Зевулун һәм Нафтали ырыуы кешеләрен Ҡәдәшкә барырға саҡырҙы. Уның артынан ун мең кеше эйәрҙе. Девора ла улар менән барҙы.