4 Моав батшаһы Мешағ малды бик күп аҫырай ине. Ул Исраил батшаһына яһаҡҡа йыл һайын йөҙ мең һарыҡ бәрәсе һәм йөҙ мең һарыҡ тәкәһенең йөнөн ебәрә торған булды.
Ибрам бик байыҡҡайны – мал-тыуары ла, алтын-көмөшө лә күп ине.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итте. Уларҙы ергә ятҡырып, бау менән үлсәне – өстән ике өлөшөн үлтерҙе, өсөнсө өлөшөн тере ҡалдырҙы. Шулай итеп, моавтар Дауытҡа буйһондо һәм уға яһаҡ түләй башланы.
Дауыт Дамаск арамиҙарының ерендә һаҡсы ғәскәрҙәр ҡуйҙы; арамиҙар, уға буйһоноп, яһаҡ түләне. Дауыт ҡайҙа ғына яу сапһа ла, Раббы уны еңеүгә ирештерҙе.
Ул шулай уҡ Моав халҡын да тар-мар итә. Моавтар Дауытҡа буйһона һәм уға яһаҡ түләй башлай.
Ул сүллектә манаралар төҙөтә, бихисап көтөүҙәре өсөн күпләп һыу соҡорҙары эшләтә. Ер эшенә күңеле ятҡанға күрә, Шефелала һәм тигеҙлектә игенселәре, тауҙарҙа һәм баҡсаларҙа йөҙөм үҫтереүселәре була.
Ул ете мең баш ваҡ малға, өс мең дөйәгә, биш йөҙ пар екке үгеҙгә, биш йөҙ инә ишәккә һәм бик күп хеҙмәтселәргә хужа булып, Шәреҡтә йәшәгәндәр араһында иң бөйөк кеше ине.
Раббы Әйүптең ҡалған көндәрен элеккеләренә ҡарағанда ла бәрәкәтлерәк итте. Инде уның ун дүрт мең ваҡ малы, алты мең дөйәһе, мең пар үгеҙе һәм мең инә ишәге бар ине.
Алла хозурында мәңге тәхеттә ултырһын; Уны мөхәббәтең менән тоғролоғоң һаҡлаһын!