21 Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты.
– Ҡайтып әйтегеҙ: биленә ҡылыс таҡҡанда түгел, ҡылысын сискәндә маҡтанһын, – тип яуап ҡайтарҙы уға Исраил батшаһы.
Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы.
Иртә таңдан торҙолар. Ҡыҙарып ҡояш ҡалҡты һәм уның һыу өҫтөндәге сағылышы моавтарға алыҫтан ҡып-ҡыҙыл ҡан булып күренде.
Шулай итеп, билдәрегеҙҙе хәҡиҡәт билбауы менән быуып, тәҡүәлек һарайтаһын кейеп, сафҡа тороғоҙ.