20 Икенсе көндө иртәнсәк, икмәк саҙаҡаһы килтергән ваҡытта, Эдом яғынан һыу ағып килде лә бөтә үҙәнде тултырҙы.
Киске ҡорбан мәле еткәс, Ильяс усаҡ эргәһенә килеп: – Эй Раббы, Ибраһим, Исхаҡ һәм Исраил Аллаһы! Үҙеңдең Исраилдағы Алла, минең иһә Һинең ҡолоң булғанымды һәм быларҙың барыһын да Һинең ҡушыуың буйынса эшләгәнемде күрһәт, – тине. –
Батшаларҙың яу менән килгәнен ишетеп, Моав халҡының ҡорал тота алған йәше-ҡарты бергә тупланып, сик буйына баҫты.
Шул саҡ, мин доға ҡылғанда, миңә ебәрелгән Ябраил – тәүге күренмешемдә күренгән зат – яныма етеҙ генә килде. Был хәл киске ҡорбан килтереү мәлендә булды.