18 Тик Раббы өсөн был ғына аҙ. Ул Моавты ла ҡулығыҙға тапшырыр.
Был да әле Һиңә аҙ тойолдо, Раббы Хакимым; Һин ҡолоңдоң йортоноң киләсәге хаҡында ла хәбәрҙар иттең. Бөтә кешеләр менән дә Һин шулай мөғәләмә итәһеңме, Раббы Хакимым?
Неват улы Яровғам ҡылған гонаһтарҙы ҡабатлауы ғына етмәгән, Сидон батшаһы Әҫбәғелдең ҡыҙы Изевелгә өйләнеп, ялған илаһ Бәғелгә табына һәм уға хеҙмәт итә башланы.
Шул саҡ Исраил батшаһы Ахавҡа бер пәйғәмбәр килеп әйтте: – Раббы былай ти: «Анау һанһыҙ сиреүҙе күрәһеңме? Мин бөгөн уны һинең ҡулыңа тапшырам. Шул саҡ һин Минең Раббы булғанымды белерһең».
Исраил батшаһы дошмандың һыбайлыларын һәм яу арбаларын ҡырып ташланы. Арамиҙар ғәскәре ҙур юғалтыуҙарға дусар булды.
Бер Алла бәндәһе Исраил батшаһы янына килеп былай тине: – «Раббы – тауҙар аллаһы, үҙәндәр аллаһы түгел», – тип әйткәндәре өсөн Мин был ҙур сиреүҙе тотошлай һинең ҡулыңа тапшырам. Шунда Минең Раббы икәнемде белерһегеҙ, – тип әйтә Раббы.
Һорамағаныңды ла бирәм һиңә: йәшәгән осороңда бер генә батша ла ирешә алмаған мал-мөлкәткә эйә булырһың һәм дан ҡаҙанырһың.
– Күләгәнең ун баҫҡысҡа алға үтеүе тәбиғи, – тине Хизкияһ. – Ун баҫҡысҡа кире сигенһен әйҙә.
Инде Ул былай ти: «Яҡуп ырыуҙарын аяҡҡа баҫтырыу, Иҫән ҡалған исраилдарҙы ҡайтарыу өсөн, Ҡолом булыуың ғына етмәгән, Ҡотҡарыуым ер йөҙөнөң Иң алыҫ төбәктәренә барып етһен тип, Һине халыҡтар өсөн яҡтылыҡ сығанағы итәсәкмен».
Шунан һуң Ишағыяһ: – Тыңла, эй Дауыт нәҫеле! – тине. – Кешеләрҙең сабырлығын һынауың етмәгән, инде минең Алламдың сабырлығын һынайһыңмы?
«Эй Раббы Хаким! Һин, ҡулыңды һуҙып, бөйөк ҡөҙрәтең менән күк үә ерҙе яраттың. Һинең өсөн мөмкин булмаған бер генә нәмә лә юҡ.
– Мин, Раббы, – бөтә йән эйәләренең Аллаһымын! Ҡөҙрәтемдән килмәгән берәй нәмә бармы Минең?
Ул миңә былай тине: – Күрәһеңме, әҙәм улы? Йәһүҙә йортоноң бында эшләгән әшәкелектәре етмәгән, улар илде йәбер-золом менән тултырҙылар һәм Минең асыуымды арттыралар. Ҡара, нисек итеп ботаҡты танауҙарына килтерәләр!
Ғайса уларға ҡарап: – Кешеләр өсөн был мөмкин түгел, ләкин Алла өсөн бөтәһе лә мөмкин, – тине.
Сөнки Алла булдыра алмаҫлыҡ бер нәмә лә юҡ.
Беҙҙә эш итеүсе ҡеүәте менән һорағаныбыҙҙан йәки уйлағаныбыҙҙан сағыштырғыһыҙ күберәк эшләй Алыусыға,