8 Навуходоносор батша хакимлығының ун туғыҙынсы йылында, бишенсе айҙың етенсе көнөндә Бабил батшаһының яраны, нөгәрҙәр башлығы Невузарадан Йәрүсәлимгә инде.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.
Сидкияһ хакимлығының туғыҙынсы йылында, унынсы айҙың унынсы көнөндә Бабил батшаһы Навуходоносор, бөтә ғәскәре менән килеп, Йәрүсәлимдең әйләнәһенә туплам булып урынлашты һәм уратып уба ҡорҙо.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.
Раббы уларға халдейҙар батшаһын ебәрә. Шул батша Изге торлаҡта уларҙың егеттәрен ҡылыстан үткәрә. Егет-еләнгә лә, ҡыҙ-ҡырҡынға ла, ҡарт-ҡороға ла аяу булмай: Алла уларҙың барыһын да ошо батша ҡулына тапшыра.
Әммә ата-бабаларыбыҙ Күк Аллаһын асыуландырҙы. Шул арҡала Алла уларҙы Бабил батшаһы халдей Навуходоносор ҡулына бирҙе; ул йортто емереп, халҡын Бабилға һөрҙө.
– Батша мәңге йәшәһен! Йөҙөм ниңә ҡайғылы булмаһын инде минең? Ата-бабаларым ерләнгән ҡала ташландыҡ хәлдә ята, ҡала ҡапҡалары яндырылған! – тинем.
Донъялағы батшаларҙың, Ер йөҙөндәге кешеләрҙең һис кеме, Ҡанһыҙ дошман Йәрүсәлим ҡапҡаларынан Инер, тип башына ла килтермәй ине.
– Күк ғәскәрҙәре Раббыһы былай ти: «Дүртенсе, бишенсе, етенсе, унынсы айҙарҙың ураҙалары Йәһүҙә халҡы өсөн ҡыуаныс һәм шатлыҡ тулы байрамға әүерелер. Шуға күрә ғәҙеллек менән именлекте яратығыҙ».