Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 25:5 - Изге Яҙма

5 Халдейҙар ғәскәре батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 25:5
14 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Шул көндө дошман ҡала диуарының бер урынын емерҙе. Халдейҙар ҡаланы һәр яҡтан ҡамауҙа тотһалар ҙа, Йәһүҙә батшаһы яугирҙәре менән бергә ҡасып китте. Улар төндә батша баҡсаһының эргәһендә ике диуар араһындағы ҡапҡанан сыҡтылар ҙа Ғарава юлынан киттеләр.


Батшаны әсиргә алып, Ривлаға Бабил батшаһына килтерҙеләр һәм шунда уға хөкөм сығарҙылар.


„Юҡ, беҙ ат менеп ҡасабыҙ!“ – тинегеҙ, – Ярай, улай булғас, ҡасырһығыҙ. „Етеҙ аттарға менеп сабырбыҙ!“ – тинегеҙ. Ярай, һеҙҙе баҫтырыусылар ҙа етеҙ булыр.


Бынан һуң, – тип белдерә Раббы, – Йәһүҙә батшаһы Сидкияһты, уның хеҙмәтселәрен, ҡалала ҡырғындан, ҡылыстан һәм аслыҡтан иҫән ҡалған барлыҡ кешеләрҙе Бабил батшаһы Навуходоносорға – уларҙың йәнен көҫәгән дошмандары ҡулына тапшырам. Батша уларҙы ҡылыс осона алыр, аямаҫ, рәхим-шәфҡәт ҡылмаҫ, йәлләп тормаҫ».


Ә Йәһүҙә батшаһы Сидкияһ менән түрәләрен, Йәрүсәлимдә иҫән ҡалып, шул илдә йәки Мысырҙа йәшәгәндәрҙе ашарға ярамаҫлыҡ ошо серек инжир кеүек итәсәкмен, – тип белдерә Раббы. –


Һин дә, Сидкияһ, унан ҡасып ҡотола алмаҫһың, мотлаҡ тотолорһоң һәм уның ҡулына эләгерһең. Бабил батшаһы менән күҙмә-күҙ осрашырһың, ул һинең менән йөҙгә-йөҙ һөйләшер. Шунан һине Бабилға алып китерҙәр.


Халдейҙар ғәскәре уларҙың арттарынан төштө. Улар Сидкияһты, Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етеп, Хамаҫ ерендәге Ривлаға, Бабил батшаһына алып килделәр. Шунда Навуходоносор уға хөкөм сығарҙы.


Халдейҙар ғәскәре Сидкияһ батша артынан төштө һәм уны Йерихо тигеҙлегендә ҡыуып етте. Бөтә ғәскәр батшаны ташлап ҡасып бөттө.


Ауыр ҡоллоҡ, ғазап сиккән Йәһүҙә Инде һөргөнгә ҡыуылды. Ят ҡәүемдәр араһында төйәкләнде, Тик унда ла тынғылыҡ тапманы. Хәсрәт уртаһында уны Эҙәрләүселәре ҡыуып тотто.


Сион-ҡыҙҙың барлыҡ күркәмлеге юҡҡа сыҡты. Юлбашсылары утлау тапмаған болан һымаҡ, Хәлдән тайып ҡаса, Аусы уларҙы ҡыуып етә.


Мин уның эргәһендәгеләрҙе – ярандарын һәм яугирҙәрен һәр тарафҡа елгә осорасаҡмын, арттарынан яланғас ҡылыс менән эҙәрләйәсәкмен.


Уның ҡасҡан бөтә яугирҙәре ҡылыстан ҡырылыр, иҫән ҡалғандары донъяның һәр тарафына таратылыр. Шул ваҡытта ошоларҙы Мин Раббы әйткәнен белерһегеҙ».


– Ә һин Исраил хакимдары өсөн һыҡтау йырлап әйт:


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ