Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 25:12 - Изге Яҙма

12 Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 25:12
10 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Йәрүсәлимдә йәшәүселәрҙең барыһын: бөтә түрәләрҙе, ҡаһарман яугирҙәрҙе, балта оҫталарын һәм тимерселәрҙе – ун мең кешене һөргөнгә алып китте. Йәһүҙә халҡының иң ярлыларынан башҡа бер кем дә ҡалманы.


Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө.


Бынан тыш көслө һәм һуғышҡа әҙер булған ете мең яугир, меңәрләгән балта оҫталары һәм тимерселәр Бабилға ҡыуып алып кителде.


Төҙөлөш тулыһынса тамамланғандан һуң, улар батша менән Йеһоядағҡа ҡалған көмөштө килтереп тапшыра. Был көмөштән Раббы ҡорамында хеҙмәт үтәү һәм яндырыу ҡорбаны килтергәндә кәрәк булған һауыттар ҡоялар, шулай уҡ алтын, көмөштән башҡа һауыт-һаба яһайҙар. Йеһоядағ иҫән ваҡытта Раббы ҡорамында тотош яндырыу ҡорбандары даими килтереп торола.


Шул ваҡытта туғандарымдың береһе Ханани менән Йәһүҙәнән бер нисә кеше килде. Мин уларҙан әсирлектән ҡотолоп иҫән ҡалған йәһүдтәрҙең хәлен белештем, Йәрүсәлим тураһында һораштым.


Шул сәбәптән ерҙе ҡарғыш ашай – Унда йәшәүселәр үҙ ғәйептәренең язаһын күрә. Юҡҡа сыға унда йәшәүселәр, Бик аҙҙары ғына ҡотолоп ҡалыр.


Бер нәмәһе лә булмаған фәҡирҙәрҙең ҡайһы берҙәрен Невузарадан Йәһүҙәлә ҡалдырҙы, уларға йөҙөм баҡсалары, баҫыуҙар бирҙе.


Кешеләре менән ҡырҙа ҡасып ятҡан хәрби түрәләр, Бабил батшаһының Ахиҡам улы Гедалъяһты илгә идарасы итеп ҡуйыуы, Бабилға оҙатылмаған ярлы-ябаға ирҙәрҙе, ҡатын-ҡыҙҙарҙы һәм балаларҙы уның ҡарамағына тапшырыуы тураһында ишеткәс,


Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.


– Эй әҙәм улы, Исраилдың харабалары араһында йәшәүселәр: «Ибраһим, яңғыҙ була тороп та, был ергә хужа булған. Беҙ иһә күмәкбеҙ, әлбиттә, был ер беҙгә биләмә итеп бирелгән», – тиҙәр.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ