Biblia Todo Logo
အွန်လိုင်း သမ္မာကျမ်းစာ

- ကြော်ငြာတွေ -




ІV Батшалар 24:3 - Изге Яҙма

3-4 Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.

အခန်းကိုကြည့်ပါ။ ကော်ပီ




ІV Батшалар 24:3
27 ပူးပေါင်းရင်းမြစ်များ  

Һеҙ миңә ҡаршы уйлаған золом Алланың ихтыяры менән яҡшылыҡҡа әүерелде: әле күреп тораһығыҙ, шул арҡала күпме кеше ҡотҡарылды!


Раббы исраилдарға ныҡ ярһыны, уларҙан ваз кисеп, хозурынан ҡыуҙы – бары тик Йәһүҙә ырыуы ғына ҡалды.


Бынан һуң Раббы тотош Исраил тоҡомонан баш тартты, уларҙы дошмандары ҡулына биреп язаланы, һәм, ниһайәт, хозурынан бөтөнләй ҡыуҙы.


Шуға күрә Раббы, быға тиклем ҡолдары пәйғәмбәрҙәр аша киҫәткәненсә, уларҙан бөтөнләй ситкә боролдо. Исраилдар үҙ илдәренән Ашшурға ҡыуылды һәм бөгөн дә шунда йәшәйҙәр.


Әллә мин был ерҙе тар-мар итергә Раббы ихтыярынан тыш килгән тип уйлайһыңмы? Раббы Үҙе миңә: «Бар, ул илде ҡыйрат», – тине.


Менашше Раббы күҙендә яман булған ғәмәлдәр ҡылып, Йәһүҙәне гонаһҡа батырыу менән генә сикләнмәне, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түгеп, Йәрүсәлимде тотошлай ҡанға батырҙы.


Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.


Арам ғәскәре аҙ һанлы булһа ла, Раббы ата-бабаларының Аллаһын онотҡан өсөн йәһүҙиҙәрҙең бихисап күп ғәскәрен улар ҡулына тапшыра. Шулай итеп, Йоаш батша язаһын ала.


– Һине батша кәңәшсеһе итеп ҡуйҙылармы әллә? – тип бүлдерә батша пәйғәмбәрҙе. – Ауыҙыңды яп! Юғиһә йәнең менән хушлашасаҡһың! Пәйғәмбәр уға: – Ошо эшең һәм минең кәңәшемә ҡолаҡ һалмағаның өсөн Алланың һине һәләк итергә ҡарар ҡылғанын беләм, – ти ҙә башҡа өндәшмәй.


Уларға табынып сәждә ҡылма, сөнки Мин Раббы, һинең Аллаң, көнсөл Алламын, бары тик Үҙемә генә тоғро булып ҡалыуҙы талап итәм. Минән йөҙ сөйөргән аталарының гонаһы өсөн балаларын өсөнсө-дүртенсе быуынға тиклем язалаясаҡмын.


Мин яҡтылыҡты бар ҡылам, ҡараңғылыҡты яһайым; Именлек алып киләм, афәт күндерәм – Ошоларҙың барыһын эшләгән Раббы Мин.


Был ҡала төҙөлгән көнөнән алып ошоғаса Мине шул ҡәҙәрле ярһытты һәм ажарландырҙы, шуға күрә уны күҙ алдымдан алып бырғайым.


Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,


Әйт уға, Раббы Хаким былай ти: «Эй, үҙенең эсендә ҡан түгеп, һәләкәтен яҡынайтҡан, боттар яһап, үҙен нәжесләгән ҡала!


Шуға күрә Раббы Хаким былай ти: «Ҡан түккән ҡалаға ҡайғы! Тутыҡҡан һәм тутығы бөтмәгән ҡаҙанға һәләкәт! Йәрәбә ташлап тормай итенән бушат, Сығарып ырғыт киҫәк-киҫәк.


Ҡалала борғо ҡысҡыртырҙармы, Ҡурҡырға сәбәп булмаһа? Раббы Үҙе ебәрмәһә, Ҡалаға афәт килерме?


Тороғоҙ ҙа ҡуҙғалығыҙ бынан, Был илдә һеҙгә тынғылыҡ булмаясаҡ. Был ер, нәжесләнгән өсөн, Аяуһыҙ рәүештә емереләсәк.


Ул һеҙгә яҡшылыҡ ҡылып, һеҙҙе күбәйтеп, нисек һөйөнгән булһа, һеҙҙе һәләк итеп, ҡырып бөтөргәндә лә шулай шатланыр. Һеҙ әле биләр өсөн китеп барған ерегеҙҙән сығарып бырғалырһығыҙ.


Раббы көслө ярһыу, тыйғыһыҙ нәфрәт менән уларҙы илдәренән ҡыуып сығарып ебәрҙе һәм бөгөнгөләй башҡа ерҙәргә һөрҙө».


Аллағыҙ Раббы һеҙгә биргән барлыҡ игелекле вәғәҙәләр ни рәүешле үтәлгән булһа, Раббы Үҙенең бөтә янауҙарын да шул рәүешле үтәйәсәк – шул саҡта һеҙ Аллағыҙ Раббы һеҙгә бүләк итеп биргән ошо гүзәл илдән юҡ ителәсәкһегеҙ.


ကြှနျုပျတို့နောကျလိုကျပါ:

ကြော်ငြာတွေ


ကြော်ငြာတွေ