20 Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.
Ҡабил, Раббы хозурынан китеп, Ғедәндән көнсығыштағы Нод ерендә урынлашты.
Улар Минән ваз кистеләр, башҡа илаһтарға хуш еҫ төтәттеләр, үҙ ҡулдарының эше менән Минең асыуымды ҡабарттылар, шуға күрә был урынға асыуым ялҡынланасаҡ һәм һүнмәйәсәк“.
Әммә Менашше үҙенең хилаф эштәре менән Раббыны ныҡ асыуландырғанға күрә, Раббы Йәһүҙәгә ҡаршы ялҡынланған ярһыуынан ваз кисмәне.
Йеһояҡим батшалыҡ иткән осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙәгә яу менән килде. Йеһояҡим өс йыл буйы уға буйһоноп йәшәне, унан һуң баш күтәрҙе.
Һис шикһеҙ, былар барыһы ла Раббы ихтыяры менән эшләнде. Менашшеның гонаһтары, ғәйепһеҙҙәрҙең ҡанын түккәне өсөн Раббы Йәһүҙәне хозурынан алып ташламаҡ булды. Менашше Йәрүсәлимде ҡанға батырғайны һәм Раббы уны ғәфү итергә теләмәне.
Навуходоносор батша Сидкияһты Алла исеме менән тоғролоҡҡа ант иттерһә лә, Сидкияһ уға ҡаршы фетнә күтәрә, үҙ һүҙлелегенә барып, бәғерһеҙләнә, хатта Исраил Аллаһы Раббыға табан боролоуҙан баш тарта.
Ҡылған ғәмәлдәрең өсөн Һиңә мәңге рәхмәт яуҙырырмын, Тоғроларың алдында исемеңә өмөт бағлармын, Сөнки Һин – игелек сығанағы.
Әммә Сидкияһ үҙе лә, ярандары ла, ил халҡы ла Раббының Йермеяһ пәйғәмбәр аша әйткән һүҙҙәренә әһәмиәт бирмәне.
Раббы Йәрүсәлим менән Йәһүҙәгә шул тиклем ныҡ асыулы ине, уларҙы Үҙенең хозурынан алып бырғаны. Сидкияһ Бабил батшаһына ҡаршы баш күтәрҙе.
– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.
Олононан ут сыҡты ла Емештәрен ялмап алды, Хакимлыҡ таяғы булырлыҡ Көслө ботағы ҡалманы». Был – һыҡтау йыры, ул һыҡтау йыры булып ҡаласаҡ.
Ҡайҙа аҡыл эйәһе? Ҡайҙа ҡанун белгесе? Ҡайҙа был замандың фәлсәфәселәре? Алла был донъяның аҡылын ахмаҡлыҡ тип күрһәтмәнеме ни?
Ләкин Хешбон батшаһы Сихон беҙгә үҙ ере аша үтергә рөхсәт бирергә теләмәне. Сөнки Раббы, һеҙҙең Аллағыҙ, бөгөн үҙегеҙ күргәнсә, уны ҡулығыҙға тапшырыр өсөн бәғерен ҡатырып, йөрәген ташҡа әйләндергәйне.
Шуның өсөн был илгә Раббының асыуы ялҡынланды һәм уны был китапта яҙылған бөтә ҡарғыштарға дусар итте.
Сөнки Аллағыҙ Раббы – ялмап йотоусы ут; көнсөл Алла.