15 Навуходоносор Йеһояхинды Бабилға һөргөнгә алып китте. Уның менән бергә әсәһе, ҡатындары, һарай әһелдәре һәм илдең күренекле кешеләре лә Йәрүсәлимдән Бабилға һөрөлдө.
Һинең нәҫелеңдән булған һәм һинән тыуған ҡайһы бер улдарыңды ла алып китерҙәр, улар Бабил батшаһының һарайында алашар булып хеҙмәт итер».
Йеһояхин ун һигеҙ йәшендә тәхеткә ултырҙы һәм Йәрүсәлимдә өс ай батшалыҡ итте. Әсәһе Йәрүсәлимдән Нехушта Әлнаҫан ҡыҙы ине.
Йөҙөм баҡсаларында һәм баҫыуҙарҙа эшләр өсөн бер ни тиклем ярлыларҙы ғына ҡалдырҙы.
Бабил батшаһы уларҙы Хамаҫ ерендәге Ривлала язалап үлтерҙе. Шулай итеп, Йәһүҙә халҡы үҙ төйәгенән һөргөнгә ҡыуылды.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин Бабилға һөргөнгә ебәрелеүенең утыҙ етенсе йылында Бабил тәхетенә Әуил-Меродах ултырҙы. Шул йылдың ун икенсе айының егерме етенсе көнөндә Әуил-Меродах, мәрхәмәт күрһәтеп, Йәһүҙә батшаһы Йеһояхинды зиндандан азат итте.
Шулай итеп, бөтә Исраил халҡы нәҫел исемлектәренә теркәлә, улар Исраил батшалары китабына индерелгән. Йәһүҙә халҡы Аллаға тоғро булмаған өсөн Бабилға һөрөлгән була.
Киләһе йылдың яҙында Навуходоносор, үҙенең кешеләрен ебәреп, уны Бабилға алдырта. Уның менән бергә Раббы ҡорамындағы затлы һауыттарҙы ла алып китәләр. Йеһояхин урынына Йәһүҙә менән Йәрүсәлимгә батша итеп уның яҡын туғаны Сидкияһ тәғәйенләнә.
Ул осорҙа Шушандағы ҡәлғәлә Мордехай исемле бер йәһүд йәшәй ине. Ул, Бинйәмин ырыуынан булып, Ҡиштың улы Шимғиҙән тыуған Яирҙың улы.
Ҡасандыр уны Бабил батшаһы Навуходоносор Йәһүҙә батшаһы Йехонъяһ һәм башҡа кешеләр менән бергә Йәрүсәлимдән һөргөнгә ҡыуып алып ҡайтҡан.
«Батша менән батшаның әсәһенә әйт: „Тәхетегеҙҙән аҫҡа төшөп ултырығыҙ, Башығыҙҙан данығыҙҙың тажы төшөп китте“».
Был хат Йехонъяһ батша, батшаның әсәһе, һарай әһелдәре, Йәһүҙә һәм Йәрүсәлим түрәләре, һөнәрселәр, тимерселәр Йәрүсәлимдән ҡыуып алып кителгәндән һуң яҙылды.
Бабил батшаһы һөргөнгә ҡыуып алып киткән кешеләрҙең иҫәбе түбәндәгесә: Навуходоносор хакимлығының етенсе йылда өс мең егерме өс йәһүҙи,
– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.
Шунан батша тоҡомонан булған берәүҙе алып, уның менән килешеү төҙөнө һәм ант иттерҙе. Илдең арҙаҡлы кешеләрен дә тотҡонға алды.
Уларға әйт, Раббы Хаким былай ти: «Оҙон ҡауырһынлы, ҡабарынҡы мамыҡлы, ҙур ҡанатлы олоғара сыбар бер бөркөт Ливанға осоп килде. Бер кедр ағасының осон эләктерҙе лә
Уны, ырғаҡ менән эләктереп, Ситлеккә ултырттылар, Бабил батшаһына килтерҙеләр; Тауышы Исраил тауҙарында Башҡаса ишетелмәһен тип, Уны бик аҫтында тоттолар.
Батша һарай хеҙмәтселәре башлығы Ашпеназға һөргөндәге исраилдар араһынан батша тоҡомона һәм юғары ҡатлам кешеләренә ҡараған ғаиләләрҙән егеттәр һайлап алырға ҡушты.