11 Яугирҙәре ҡаланы ҡамаған саҡта Навуходоносор үҙе Йәрүсәлимгә килгәс,
Шул осорҙа Бабил батшаһы Навуходоносорҙың ғәскәрҙәре Йәрүсәлимгә килде һәм уны ҡамап алды.
Йәһүҙә батшаһы Йеһояхин әсәһе, хеҙмәтселәре, түрәләре һәм һарай әһелдәре менән бергә Бабил батшаһына баш һалды. Навуходоносор Бабилға батшалыҡ итеүенең һигеҙенсе йылында Йеһояхинды әсиргә алды.
Һине һәр яҡтан ҡамап алырмын, Әйләнәңә күҙәтеү манаралары ҡорормон, Убалар торғоҙормон.
Шунан һуң мин, килеп, һеҙҙе үҙегеҙҙеке кеүек үк илгә – ашлыҡ һәм яңы шарапҡа, икмәк һәм йөҙөм баҡсаларына бай илгә алып китермен.
– Был фетнәсел халыҡҡа әйт: «Ошоларҙың нимә аңлатҡанын белмәйһегеҙме ни?» Уларға әйт: «Ана, Бабил батшаһы Йәрүсәлимгә килде, уның батшаһы менән түрәләрен әсир итеп, Бабилға, үҙенә алып китте.
Шул саҡ тирә-яҡ ерҙәрҙең кешеләре Уға ҡаршы күтәрелде. Өҫтөнә ау ташланы, Уны тоҙаҡтарына төшөрҙө.