9 Табыныу ҡалҡыулыҡтарының ҡаһиндарына Раббының Йәрүсәлимдәге ҡорбан усағында ҡорбан ғәмәлен башҡарырға рөхсәт ителмәй, ләкин бүтән ҡаһиндар менән бергә сөсө икмәк ашарға ярай ине.
Бер кем дә улын йәки ҡыҙын Мөләх илаһҡа утта ҡорбан итә алмаһын өсөн, Йошияһ Бен-Һинном үҙәнендәге Төфәҫте нәжесләне.
Һинең нәҫелеңдән тере ҡалған һәр кем, саҡ ҡына көмөш һәм бер һыныҡ икмәк өсөн баш эйеп, уның алдына килер: „Тамаҡ ялына мине берәй ҡаһинлыҡ вазифаһына тәғәйенләһәң ине“, – тип ялыныр».